Яйыҡ
+23 °С
Ясно
Новости
21 Ноября 2019, 05:20

Замана алымын ҡулланалар

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында ошо көндәрҙә телемедицина алымын файҙаланып пациенттарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Был алым "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Медицина өлкәһендә заманса технологияларҙы ҡулланыу хәҙер киң практикалана. Шулай, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында ошо көндәрҙә телемедицина алымын файҙаланып пациенттарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Был алым "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.Онлайн режимында Ишмәкәй һәм Яңы Байрамғол ауылдарынан дүрт кеше ҡала поликлиникаһы терпевтарынан консультация алды. Был алымды үҙәк ҡала дауаханаһы уҙған йылдан алып файҙалана. Телемедицина эшмәкәрлеге төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр медицина ярҙамын оператив, үҙ ваҡытында алһын, сират көтөп йонсомаһын өсөн ойошторола. Тағы шуныһы менән дә отошло: был консультацияларға тар белгестәр ҙә йәлеп ителә, тимәк, учалылар кардиолог, эндокринолог, ревматолог, невролог кеүек белгестәргә ауылдан ситкә сыҡмайынса онлайн рәүештә мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн ни бары ФАП фельдшеры менән һөйләшергә кәрәк. Фельдшер телемедицина консультацияһы кабинеты белгесенә шылтыратып, консультация көнөн, сәғәтен алдан билдәләй. Тәғәйен көндө пациент ФАП-ҡа килеп, онлайн консультация ала, белгес шунда пациентҡа амбулатор йәки стационар дауаланыу тәғәйенләй. Кәрәк икән республика дауаханалары табиптары менән бәйләнешкә инергә лә форсат бар. Мәҫәлән, быйыл шул рәүешле 475 телеконсультация ойошторолған. Өфө белгестәре учалыларға 310 тапҡыр телекәңәш биргән, 165 ауылда йәшәүсе онлайн-консультация алған. Актуаль консультациялар уҙғарыу мөмкинлеген арттырыу маҡсатында үҙәк ҡала дауаханаһы ФАП-тар өсөн үҙ сығымдарына ноутбуктар һатып ала. Быйыл, мәҫәлән, Абҙаҡ, Бөйҙө, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Озерный, Ишмәкәй, Яңы Байрамғол, Илсе, Сораман, Кирәбе ауылдарындағы медицина учреждениелары өсөн компьютерҙар һатып алынған. Башҡа ауылдарҙы ла заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү дауам итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр ҙә замана менән бергә атлаһын өсөн үҙәк ҡала дауаханаһында аҙна һайын һанлы технологияларға уҡытыу ойошторола.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас