Яйыҡ
+9 °С
Облачно
Новости
22 Ноября 2019, 05:25

Милли проекттарҙы – тормошҡа

Республикабыҙҙа милли проекттар әүҙем тормошҡа ашырылыуын дауам итә. “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проекты сиктәрендә, мәҫәлән, ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында “Сал Урал легендалары” Асыҡ конкурс-фестиваленең Гала-концерты һәм еңеүселәрҙең эштәренән торған күргәҙмә үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикабыҙҙа милли проекттар әүҙем тормошҡа ашырылыуын дауам итә. “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проекты сиктәрендә, мәҫәлән, ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында “Сал Урал легендалары” Асыҡ конкурс-фестиваленең Гала-концерты һәм еңеүселәрҙең эштәренән торған күргәҙмә үтте. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Театр йылына арналған ине. Күркәм фестивалдә 500-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша, шул иҫәптән физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа. Районыбыҙ данын яҡлап был мәртәбәле сарала С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының “Тере шишмә” ансамбле сығыш яһай (етәкселәре А.Х. Ғимазетдинов, Ю.Р. Зәйнәшева). Егет-ҡыҙҙарҙың сығышы юғары баһалана – ансамбль “Легенданы сәхнәләштереү” номинацияһында Лауреат Дипломы менән бүләкләнә. Коллективтың фәһемле лә, мәртәбәле лә ярышта яуланған ҙур еңеүҙәре һуңғыһы булмаһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас