Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
23 Ноября 2019, 07:35

Яңы мөмкинлектәр асыла

Белорет үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса компьютер томографы менән тәьмин ителде. Яңы аппаратта тикшеренеүҙәр башланған да инде.

Белорет үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса компьютер томографы менән тәьмин ителде. Яңы аппаратта тикшеренеүҙәр башланған да инде. - Яңылыҡ өр-яңы мөмкинлектәр аса. Программа баш мейеһендәге ҡан тамырҙарының тромбтар менән тығылыу урынын асыҡлай ала, - ти дауахананың баш табибы Евгений Кустов. - Шулай уҡ һүрәттәр сифаты яҡшырҙы, тикшереү ваҡытының ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһәндә нурланыш кимәле кәмене. Компьютер томографы төрлө сирҙәрҙе диагностикалауҙа киң ҡулланыла. Был ысулдың мәғлүмәтлелеге һәм һүрәттәренең сифатлы булыуы табиптарға хирургия йәки терапия патологияһын аныҡ асыҡларға булышлыҡ итә. ”Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” проекты ярҙамында төбәктәге ике ҡан тамырҙары үҙәге һәм бер тәүге ҡан тамырҙары бүлексәһе медицина ҡорамалдары менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Бында һүҙ баш ҡалалағы Ашығыс медицина ярҙамы, 13-сө клиник ҡала дауаханалары һәм Белорет үҙәк район дауаханаһы тураһында бара.Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас