Яйыҡ
+34 °С
Ясно
Новости
24 Ноября 2019, 08:40

Сәләмәт йәшәйеш дөрөҫ туҡланыуҙы талап итә

Республика етәкселеге ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары ҡабаттан тергеҙелә башланы.

Республика етәкселеге ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары ҡабаттан тергеҙелә башланы. Был эш “Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы сәләмәт тормош рәүешенә, шул иҫәптән, сәләмәт туҡланыуға һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға йәлеп итеү системаһын формалаштырыу” төбәк проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Быға тиклем һөт кухняһы Өфөлә генә булһа, ағымдағы йылдың 1 июленән Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ошондай учреждение эшләй башланы. Уның продукцияһы менән Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай райондарында, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларында йәшәүсе 2118 бала тәьмин ителә. Ошо көндәрҙә иһә һөт кухняһы Октябрьский ҡалаһында асылды. Заман талаптарына ярашлы проектланған һәм төҙөлгән, барлыҡ санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә яуап биргән производство юғары сифатлы, тәмле, хәүефһеҙ продукция етештереүгә булышлыҡ итә. Һөт, кефир, эремсек, йогурт – быларҙың барыһы ла Октябрьскийҙағы фабрика-кухняла етештереләсәк. Тиҙҙән ассортимент 12 позицияға тиклем еткереләсәк. Һөт аҙыҡтары менән Октябрьский ҡалаһында, Туймазы, Бәләбәй, Әлшәй, Дәүләкән райондарында йәшәгән 1,2 мең бала тәьмин ителәсәк. Ҡала биләмәһендә уларҙы таратыу өсөн ике пункт ойошторолған, райондарҙа ла берәр пункт эшләйәсәк. 2020 йылдың 1 ғинуарынан льготалы категорияға ҡараған республика балалары бушлай һөт продукцияһы менән тәьмин ителәсәк. Был исемлектә – ҡоро һәм махсус ҡатнашмалар, ҡоро бутҡалар, һөт аҙыҡтары. "Башинформ".
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас