Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
29 Ноября 2019, 13:27

Ағинәйҙәр һүҙе - аҡылдың үҙе

Ҡунаҡбай ағинәйҙәре бигерәк әүҙем. Бер ҙә тик ултырырға күнекмәгәндәр. Үҙҙәре яғалар эшләй, костюмдар тегә, ҡата һуғалар, ҡорама ҡорайҙар, ҡул эштәре менән булышалар, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә көс һынашалар.

Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. 1968 йылда төҙөлгән бина “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы ремонтланды. Бындағы барлыҡ төҙөкләндереү эштәре федераль субсидияға эшләнгән. Әйткәндәй, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты Рәсәй буйынса өс йыл дауамында эшләп килә. Бүленгән аҡса күләме буйынса Башҡортостан өсөнсө урында тора. Проектта былтыр Учалылағы мәҙәниәт йорто ҡатнашһа, быйыл сират - ҡунаҡбайҙарҙа. Төҙөкләндереү эштәре барғансы, рухи аҙыҡҡа һыуһаған Ҡунаҡбай ауылы кешеләре сәхнәне, концерттарҙы һағынып та өлгөргән. Халыҡ яңы көс-дәрт, күтәренке кәйеф менән дәррәү эшкә ҡушылды. Яңы һулыш алған мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел. 1968 йылда төҙөлгән бинала, ярты быуаттан һуң ниһәйәт, тәүге тапҡыр капиталь ремонт эшләнә. Яңартылған комплекс Ҡунаҡбай ауылы халҡының мәҙәниәткә, әҙәбиткә һәм спортҡа булған һөйөүен тағы ла арттырып ебәрәсәгенә өмөт ҙур.
Мәҙәниәт усағын хәҙер танырлыҡ та түгел: тәҙрәләре замансаға алмаштырылған, көпләнгән, бында тренажер залы ла бар, бина йылы, яҡты, газ ҡаҙанлығына тоташтырылған. Бүлмәләр хәҙер иркен, яҡты, йылытылған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Капиталь ремонттан һуң, бында уйын бүлмәһе лә булдырылған. Репетициға, йә иһә концерт ҡарарға килгән ата-әсәләрҙең балалары ваҡыттарын үҙ аллы үткәрә аласаҡ. Мәҙәниәт йорто менән бер бинала китапхана урынлашҡан. Бында ла тулыһынса ремонт эшләнгән: пластик тәҙрәләр ҡуйылған, иҙән, түбә, стеналар һәм ишектәр яңартылған. Хәҙер уҡыусылар күҙгә күренеп артты, ти китапханасы Айгөл Фәхритдинова. Әйтергә кәрәк, районда беренселәрҙән булып бында китапхана зоналарға бүленеп яһалған. Өлкәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған - китапхана эргәһендә эшләп килгән “Аҡтеләк” ағинәйҙәр клубы ағзаларына ла икенсе ҡаттан айырым бер бүлмә бүленгән.
-Алты йыл элек алты ғына кешенән торған ойошма инек, бөгөнгө көндә ике тиҫтәгә яҡын ағинәйебеҙ ошо төркөмдә шөғөлләнә. Йыл һайын ауылда ҙур байрамдар ойоштороп торабыҙ, - тип бәйән итте ойошма етәксеһе Хәлимә Нәжип ҡыҙы. - Беренсе йыл Ҡунаҡбайҙа матур сара - ҡаҙ өмәһе үткәрҙек. Икенсе йыл - кейеҙ баҫыу йолаһы, һуңынан - республика кимәлендә “Көҙгө ҡатыҡ - көмөш ҡалаҡ” сараһы гөрләп үтте. Быйыл ойошторолған ҡорама ҡорау йолаһы ла бик матур булды. Киләһе йылға ла күркәм йола әҙерләп йөрөйбөҙ, уныһы әлегә сер булып ҡалһын.
Ысынлап та, ойошма ағзалары бигерәк әүҙем. Бер ҙә тик ултырырға күнекмәгәндәр. Үҙҙәре яғалар эшләй, костюмдар тегә, ҡата һуғалар, ҡорама ҡорайҙар, ҡул эштәре менән булышалар, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә көс һынашалар.
Әйткәндәй, быйыл үткән “Ай, Уралым, Уралым” этно-фестиваленән призлы урындар, аҡсалата бүләктәр менән ҡайтҡандар. Һабантуйҙа ҡатнашып, икенсе урын яулайҙар, 8 мең һум аҡса менән дәртләндереләләр. Ошо аҡсаларға бөтә ойошма ағзаларын бер иштән камзул-күлдәктәр тектереп кейәләр.
Мәҙәниәт йорто директоры Гөлфинә Йомағужина ла ағинәйҙәрҙе тик йылы һүҙҙәр менән генә телгә алды.
-Шул тиклем актив инәйҙәр, күҙ теймәһен, - ти ул. - Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бик актив ҡатнашалар. Бына әле “Зәйнулла ишан эҙҙәренән” конкурсында сығыш яһаныҡ, ғөмүмән, ҡала-район кимәлендә үткән конкурстарҙа һәр ваҡыт ҡатнашып, призлы урындар яулап торабыҙ.
Беҙ, “Яйыҡ” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә, “Бөтә коллектив менән “Яйыҡ”ҡа!” тип аталған эстафета ойоштороуыбыҙ тураһында бәйән иткәс, дәррәү ҡушылдылар. Әйткәндәй, улар былай ҙа районыбыҙҙағы берҙән-бер башҡорт гәзитенә яҙылмай ҡалмайҙар икән. Хатта бер-берһенә тыуған көндәренә ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итешәләр. Афарин!
Борон-борондан ағинәйҙәр аҡһаҡалдар менән бер рәттән йәмғиәт тормошонда баһалап бөткөһөҙ роль уйнаған. Йәш быуынға матур тәрбиә биреү, уларға ватансылыҡ тойғоларын һеңдереү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, телебеҙҙе һаҡлау... Былар - ағинәйҙәрҙең үҙ иңдәренә алған ил, йорт, милләт хәстәрҙәренең бары тик бер өлөшө генә. Асылда уларҙың булмышы - үҙе үк күптәргә өлгө булырлыҡ!
Читайте нас