Әсә... Ғаилә... Бала... Тәү ҡара-маҡҡа ябай ғына һүҙҙәр, әммә ошо өс һүҙ донъя бөтөнлөгөн һәм бәхетте аңлата.
Ошо көндәрҙә Учалы ауы-лында йәшәүсе күркәм ғаи-лә менән танышырға яҙҙы. Беҙ Учалы ауылына барырға сыҡҡанда көн ярайһы ғына һыуыҡ ине. Автомобиль ме-нән барһаҡ та, өшөттөрҙө. Ә бына беҙ барған йәш ғаилә Зөлфиә менән Әлим Кәри-мовтарҙың өйҙәре яҡты ла, йылы ла, егәрле, булдыҡлы, тырыш, алсаҡ һәм мөләйем парҙың нәҡ үҙҙәре кеүек. Яны-быҙҙа бер туҡтауһыҙ өйөрө-лөп йөрөгән балалар үҙҙәре үк был йортҡа йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өҫтәй кеүек.
- Әмилә көйһөҙләнеп то-ра бөгөн, температураһы кү-тәрелгән, - тип борсолдо йәш әсә. Эйе, әсә кешегә иң мө-һиме - балалары сәләмәт бул-һын, улар өсөн утҡа, һыуға ла инергә әҙер. Ҡыҙҙарға һүҙ әйтерлек түгел, әсәләренең уң ҡулдары улар. Зөлфиә бөт-мәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ бүләк иткәне өсөн мең рәхмәтле Хо-ҙайға. Ғәзиздәрен иркәләп, ҡосағына алып яратып туя алмай, бәхете йөҙөнә сыҡҡан.
- Ҡатын-ҡыҙ өсөн әсә бу-лыу - иң ҙур бәхет. Бала тауы-шынан өй гөрләп тормаһа, моңайып китәм. Бала - дауа бит ул, - ти Зөлфиә.
Зөлфиә менән Әлим яраты-шып ҡауышалар. Зөлфиә Нау-рыҙ ауылы һылыуы, Әлим Уральск ҡасабаһында тыуып үҫкән. Тәү сиратта егеттең ет-дилеге, яуаплылығы күңелен арбай ҡыҙҙың. Хәҙерге заман йәштәре кеүек, танышып ике ай ҙа үтмәй туй үткәрергә ашыҡ-май был пар. Бер-береһен һы-нап, дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғына өйләнешәләр. Уча-лы ауылында үҙ көстәре менән ҡупшы йорт төҙөп сығалар. Был еңел булмаған эште ат-ҡарып сығыуҙа Әлимдең ата-әсәһенең өлөшө ҙур.
- Ҡайным менән ҡәйнәм айырым маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Улар шул тиклем тырыш һәм өлгөлө ғаилә. Ҡәйнәм аш-һыуға бигерәк оҫта, дөрөҫөн генә әйткәндә, мин бешеренергә унан өйрәндем. Балалары ла үҙ-ара ныҡ татыу һәм берҙәм, ейән-ейәсәрҙәре өсөн өҙөлөп торалар. Беҙ ул-арҙан өлгө алып йәшәргә тырышабыҙ, - ти ҡатын.
Әлим - өлгөлө ғаилә баш-лығы. Күпселек ир-аттар кеүек үк, вахта менән Себерҙә эшләй. Зөлфиә 3-сө балалар баҡсаһы мөдире. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Гүзәл, Алтынай, Әмилә үҫеп килә. Балалар, ата-әсә наҙына ҡойоноп, бә-хетле, онотолмаҫ мәлдәрен кисерә. Кәримовтарҙың нур балҡыған йорттарында, ысы-нлап та, мөхәббәт хакимлыҡ итә. Ҡатын менән ирҙең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбә-те, балаларҙың үҙ-ара татыу булыуы, һәр береһенең күҙҙә-рендә осҡон яныуы, донъя-ларының матур булыуы ла ғаиләнең тулы гармонияла һәм бәхеттә йәшәүен күрһә-тә. Ҡыҙҙар ҙа ата-әсәләренә оҡшап тырыштар, спорт, му-зыка менән шөғөлләнәләр. Гүзәл, мәҫәлән, саңғы спор-тын үҙ иткән. Ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алмай ҡалғаны юҡ, беҙгә би-хисап миҙал-грамоталарын да сығарып күрһәтте. Алтынай бейеүгә маһир, апаһы кеүек үк, спортты ла ярата. Әмиләгә әлегә биш кенә йәш.
- Бар эште ҡыҙҙарым ме-нән бергәләшеп башҡарабыҙ, - ти бәхетле әсә. - Һәр бала-ның үҙенең яуаплы эше һәм шөғөлө бар, уларҙы бала саҡтан хеҙмәт тәрбиәһендә үҫтерергә тырышабыҙ. Өй-рәнгәндәре - үҙҙәре өсөн. Әсәйем ҡустым менән беҙҙе шулай тип тәрбиәләп үҫтерҙе. Шуға уға мең рәхмәтлемен, йәшләй генә тол ҡалһа ла, беҙҙгә матур тәрбиә бирҙе, башлы-күҙле итте. Ғөмүмән, мин бәхетле ҡатын һәм әсә. Минең өсөн өҙөлөп торған тормош иптәшем, гөл-сәскә-ләй ҡыҙҙарым бар, әсәйем, ҡайным менән ҡәйнәм, яҡын-дарым янымда.