Ҡала-районыбыҙҙа халыҡтың йәшәү шарттарын, социаль хәлен яҡшыртыуға етди иғтибар бирелә. Айырыуса йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән мөһим саралар башҡарыла, дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йәштәрҙең районда ҡалыуына булышлыҡ итә. «Төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү» маҡсатлы программаһы сиктәрендә 2017-2019 йылдарҙа 79 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Дөйөм сумма - 25 миллион һумдан ашыу. Бер тапҡыр бирелә торған был дәүләт ярҙамы йәш ғаиләләргә йорт төҙөргә, башланған төҙөлөштө теүәлләп ҡуйырға, булған йортҡа төкәтмә төҙөргә, өй һатып алырға йәки торлаҡ кредиттарын ҡапларға ярҙам итәсәк. Эйе, хәҙерге заманда ғаилә ҡорған йәштәрҙе тәү сиратта торлаҡ мәсьәләһе борсой. Эш хаҡына ғына фатир һатып алырмын тимә. Һуңғы арала уларға хаҡ айырыуса күтәрелгән. Ҡуртымға алып йәшәүе лә еңел түгел, ай һайын кәмендә 7-10 мең һум түләргә кәрәк. Ошондай программалар ни тиһәң дә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итә лә инде. Тантаналы сара барышында район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов был шатлыҡҡа эйә булыусы ғаиләләрҙе ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәрен еткерергә ашыҡты: - Торлаҡ - ғаилә тормошоноң ныҡлы нигеҙе. Үҙ йортоң булыуы бәхетле, матур йәшәү өсөн тәү шарт, минеңсә. Үҙ нигеҙҙәрегеҙҙә бәхетле тормош көтөгөҙ, балалар үҫтерегеҙ. Район хакимиәте, үҙ сиратында, йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Районда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә быйыл да социаль ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға шатбыҙ. Дәүләт ярҙамы менән тиҙ арала үҙ маҡсатығыҙҙы тормошҡа ашыра алыуығыҙға ышанам. Был шатлыҡлы көнөгөҙ менән ҡотлайым! Йортоғоҙ ҡотло, ғаилә нигеҙегеҙ ныҡлы булһын! Матур һәм өлгөлө ғаилә булып, балаларығыҙҙы илебеҙ өсөн кәрәкле, ышаныслы шәхестәр итеп үҫтереүегеҙҙе теләйем, - тине ул һәм һәр ғаиләгә социаль түләү таныҡлыҡтарын тапшырҙы. Сертификат алыусылар шәп бүләк яһағандары өсөн республика хөкүмәтенә, район етәкселегенә рәхмәттәрен еткерҙеләр, изге теләктәрен юлланылар. Сертификат алыу - өс бала үҫтергән Лилиә һәм Илдар Рәхимовтар ғаиләһе өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур ярҙам. Улар дәүләт ярҙамын 5 йыл көткәндәр. Ниәттәре, ниһайәт, тормошҡа ашты. Дәүләт ярҙамына торлаҡ шарттарын яҡшыртырға уйлайҙар. Рәхимовтар - башҡа йәш ғаиләләргә өлгө булырҙай татыу, берҙәм ғаилә. Ғаилә башлығы “Уралташ” йәмғиәтендә эшләй, Лилиә декрет ялында. Самира һәм Илнара ҡыҙҙары спорт менән дуҫтар, йырларға әүәҫтәр. Кинйә Роберттары әлегә бәләкәй. - Хөкүмәтебеҙҙең йәш ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Торлаҡ сертификаты ипотеканың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк, яйлап бурыстан ҡотолабыҙ, исмаһам, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәштәр. Бәхетлеләр исемлегендә Юнир Ғәзизовтың да ғаиләһе бар. Улар 2014 йылда программала ҡатнашырға теләк белдереп сиратҡа торалар. Берәй ваҡыт, моғайын, бәхет йылмайыр, сертификат алырбыҙ, тип өмөтләнәләр. Әҙһәмовтар ғаиләһендә бер ҡыҙ һәм улдары үҫеп килә. Ғаилә был тулҡынландырғыс минуттарҙы 2012 йылдан бирле көткән. Быға тиклем, әлбиттә, ҡул ҡаушырып тик ятмағандар, Ҡунаҡбай ауылынан йорт һатып алғандар. Аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонасаҡтар. Ғаиләләрҙең ҡыуанысы йөҙҙәренә сыҡҡан. Аҡсалата сертификаттар - күптән көтөп алынған бүләк. Уларҙың Яңы йыл алдынан бирелеүе бигерәк тә шатлыҡлы булды. Ҡотло булһын! Вилиә ЯНБАЕВА.