Яйыҡ
+30 °С
Ясно
Новости
10 Декабря 2019, 05:55

Күҙәтеү станцияһы асылды

“Экология” милли проекты сиктәрендә Учалыла стационар экологик пост эшләй башланы. Һауа торошо сифатын күҙәтеү станцияһы Учалы тау-металлургия колледжы биләмәһендә урынлашҡан.

Сәнәғәт үҫешкән һайын экологияға баҫым да арта. Һауаның ниндәй миҡдарҙа бысраныуы тураһында ла белеп булмай. Хәтерегеҙҙә булһа, быйыл ғинуар айында Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса республика комиссияһы ултырышында республика башлығы Радий Хәбиров предприятиеларға экологик хәүефһеҙлеккә ныҡлы иғтибар бирергә кәрәклеге тураһында тағы бер иҫкәрткәйне. Сибай, Учалы ҡалаларында һауа сифатын тикшереү буйынса пункттар асырға ҡушты. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге ҡарары менән Учалыла автоматлаштырылған станция төҙөргә кәрәклеге хәл ителде. Әйткәндәй, күптән түгел ошондай уҡ ҡорамал Сибай ҡалаһында ла эшләй башланы. Объекттың хаҡы ун миллион һумға яҡын. Һауа торошо сифатын күҙәтеү станцияһы Учалы тау-металлургия колледжы биләмәһендә урынлашҡан. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль район комитеты етәксеһе Альберт Ибраһимов әйтеүенсә, Белорет территориаль район комитеты биләмәһендә әлеге пост тәүгә асыла. - Ҡорамал ярҙамында һауаның ниндәй матдәләр менән бысраныуын, хатта уларҙың ҡайҙан сыҡҡанын асыҡларға мөмкин. Һауалағы азот, углерод, көкөрт, аммиак миҡдары, һәм тағы ла тиҫтәләгән төр химик элементтарҙың барыһы ла экранда күрһәтелә. Был үҙ сиратында һауаның сифатын һәм зарарлы матдәләр булһа ҡайһы яҡтан килгәнен тиҙ арала асыҡлау мөмкинлеген бирә. Юҡҡа ошо урын һайланмаған, эргәлә генә тау-байыҡтырыу комбинаты, тәү сиратта биләмәләге һауа таҙалығын даими тикшереп торасаҡ. Бөтә мәғлүмәт Экология министрлығына һәм Учалы район хакимиәтенә ебәреләсәк, - тине Альберт Ибраһимов. - Станцияның төп маҡсаты һауаның бысраныу сәбәптәрен ваҡытында асыҡлау һәм сараһын күреү. Әгәр ҙә ҡорамалдар бысратыусы матдәләр концентрацияһының артыҡ икәнен күрһәтһә, шундуҡ сәнәғәт предприятиеларына хәбәр ителәсәк һәм шундуҡ сараһын күрергә ҡушыласаҡ, - тип аңлатма бирҙе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш экологы Олег Данилов. Әлиә ДАУЫТОВА.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас