Яйыҡ
+10 °С
Ясна
Новости
11 Декабрь 2019, 12:00

Көньяҡ Уралда «Егәлгә» милли паркы булдырыла.

Тейешле ҡарарға Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Яңы объект Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районында, ә бер өлөшө Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Көньяҡ Уралда «Егәлгә» милли паркы булдырыла. Тейешле ҡарарға Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Яңы объект Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районында, ә бер өлөшө Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Уның майҙаны — 45 мең гектар. Яңы парк ағымдағы йылда «Экология» милли проектына ярашлы ойошторолған тәүге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе була. Рәсәй премьер-министры һүҙҙәренсә, яңы парк булдырыу Рәсәйҙә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш. «Бында уникаль урманлы тәбиғәт комплекстары. Күп үҫемлектәр һәм йәнлектәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Был ерҙәр һәр ваҡыт туристарҙы йәлеп итә, — тине премьер. — Хәҙер унда экологик туризмды үҫтереү, йәғни бының өсөн инфраструктура, яңы эш урындары булдырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр барлыҡҡа килде». Вице-премьер Алексей Гордеев «Егәлгә» милли паркы Көньяҡ Уралдың үҙенсәлекле тәбиғәтен, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итер тип өҫтәне. Белешмә. Егәлгә – Көньяҡ Уралда Йүрүҙән йылғаһының һул ярындағы тау һырты. Силәбе өлкәһе Ҡытау-Ивановск районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Егәлгәнең көньяҡ сиге – Ҙур Шолом һыртының иң юғары нөктәһе (1427 метр) Башҡортостандың Белорет районында Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.
"Башинформ".
Читайте нас