Озерный урта мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Ҡотоева Алһыу хаҡында яҙғайныҡ инде. Ул уҡыу, спорт алдынғыһы,төрлө ярышмаларҙың, конкурстарҙың еңеүсеһе, йырлай ҙа, бейей ҙә,сәхнә, сәнғәт һүҙе оҫтаһы ла,яҙыша ла.Быйыл "Урал батыр"эпосын яттан һөйләү республика конкурсында - 2, Таңсулпан Ғарипова призына ойошторолған республика ижади конкурсында 3 урынға лайыҡ булды. Бөгөн беҙ һеҙгә Алһыуҙың “Тел тамыры ҡорой икән, ил тамыры ла ҡорой” исемле иншаһын тәҡдим итәбеҙ. “Тел тамыры ҡорой икән, ил тамыры ла ҡорой” Авторы: Учалы районы Озерный урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Ҡотоева Алһыу Уҡытыусыһы: Ғибаҙуллина Зилә Рим ҡыҙы, ... Ял көнө әсәйем менән урманға бәшмәк йыйырға сыҡтыҡ. Ниндәй саф һауа, тынлыҡ, матурлыҡ көҙгө урманда! Ағастар әле һаман ярым йәшел, ярым һары, япраҡтарын да ҡойорға ашыҡмайҙар. Ә бәшмәктәр шул тиклем күп, ялҡауың килмәй генә йый ҙа йый. Бына тағы бер йыуан ағастың эргәһенә яҡынлашҡайным ғына, уның артынан иламһыраған нәҙек кенә тауыш ишетеп ҡалдым: - Ой-ой-ой, инде ни эшләргә-ә-ә? Ҡайҙа ғына барып, кемдән генә ярҙам һорарға-а-а? Әллә ҡолағыма ишетелә инде тип, ипләп кенә ағас артын ҡараһам, уның төбөндә бер ҡуян балаһы илап ултыра. Мине күреп ҡалды ла ҡасты бит был. Миңә бик ҡыҙыҡ булып китте. Мин ҡуян сапҡан яҡҡа юл тоттом. Бара биргәс, бер аҡланға барып сыҡтым да шаҡ ҡаттым. (Ҡыҙыҡ, әсәйем менән күпме ошо урманда бәшмәк йыябыҙ,ә был аҡланды мин беренсе тапҡыр күрә инем). Бына һиңә мөғжизә: аҡлан тулы төрлө бөжәктәр, ҡоштар, йәнлектәр! Улар ҡыҙыу кәңәш алып баралар ине. Һуҡыр Өкө: - Беҙ көндән-көн кәмей барабыҙ.Урман китабында асыҡ яҙылған: беҙгә ете көн эсендә “Бәхет”тигән нәмәне мотлаҡ эҙләп табырға кәрәк.Юғиһә унһыҙ бер-беребеҙҙе бөтөнләй аңламай, күрмәй башларбыҙ, еребеҙ ситтәргә һатылып бөтөр,барыбыҙ ҙа юҡҡа сығыр. Беребеҙ Юха йыланға ҡол, ә икенселәребеҙ, бойһонорға теләмәгәндәр, ғүмерлеккә үҙ тыуған ерен ташлап китергә, сит яҡтарҙа ҡасҡын булып йәшәргә мәжбүр булыр! - Мин ошо урманда тыуып үҫкәнмен, балалар үҫтергәнмен, ата-бабаларым ошо ерҙә торған. Тыуған еремде ташлап китергә мин риза түгел!- тине Ҡуян. - Мин дә! – тине Төлкө. - Беҙ ҙә риза түгелбеҙ!- тинеләр башҡалар. Өкө дауам итте: - Иң беренсе бер тылсымсы ҡыҙ баланы эҙләп табырға кәрәк. Ә ул беҙгә “Бәхет”те табырға ярҙам итер. Хатта китапта уның исеме лә яҙылған: АЛҺЫУ. Ваҡыт етте һәм ул һанаулы ғына.Кем һеҙҙең арағыҙҙан кеше донъяһына барырға, ҡыҙҙы эҙләп табырға әҙер? Үҙ исемемде ишеткәс, йығылып китә яҙҙым, һәм аяғым аҫтындағы ботаҡ шарт итте лә ҡалды. Бөтә йыйын миңә ҡарай боролдо. Ҡайһы бер күҙҙәрҙә бушлыҡ, икенселәрендә ҡайғы ине, ә ҡайһы берәүҙәр һуҡыр инеләр. Үҙемде шәп кенә ҡулға алдым да былай тигән булдым: - Һаумыһығыҙ! Минең исемем Алһыу була. Бәлки, мин һеҙгә ярҙам итә алырмын. Тик һеҙҙең өсөн бәхет нимә була һуң ул? Шунда уҡ бөтә йыйын мине уратып алды ла иларға тотондо: - “Бәхет” беҙгә бик тә яҡын, таныш, ҡәҙерле нәмә икәне мәғлүм. Ләкин нисә йыл инде, донъя артынан ҡыуып, бер кем дә уның нимә булғанын асыҡ ҡына аңлата алмай. Шул ғына беҙгә билдәле: унһыҙ ер йөҙөнән юғалабыҙ. Зинһар, ярҙам ит, “Бәхет”те табып бир! - Ярай,иламағыҙ!Хәлемдән килгәнсе ярҙам итергә тырышырмын!Бының өсөн миңә ни эшләргә кәрәк һуң? - "Бәхет” тигән нәмәне Юха йылан беҙҙән урлап алды, хәҙер үҙендә һаҡлай. Уға барып, уның өс шартын үтәргә кәрәк. Ете йыл буйына беҙ йыйын йыйып, бөжәктәрҙе лә, ҡоштарҙы ла, йәнлектәрҙе лә уға ебәреп ҡараныҡ, тик береһе лә кире әйләнеп ҡайтманы... Өмөт усағы ҡабынған әллә нисә күҙ миңә төбәлгән ине. Шуға ла, оҙаҡ уйлап тормайынса, нимә эҙләп киткәнемде үҙем дә белмәйенсә, мин оҙон юлға сығырға, урман халҡына нисек булһа ла ярҙам итергә булдым. Эргәмдә теге ҡуян балаһы миңә юл күрһәтеп барырға теләк белдерҙе. Шулай дүрт көн үтеүгә беҙ Юха йылан йәшәгән ергә барып та еттек. Ә ул беҙҙең килеребеҙҙе әллә ҡайҙан уҡ белеп торған икән. - Иң беренсе, нимә артынан килгәнеңде белер өсөн, бер йомаҡты сисергә кәрәк булыр. Ә инде яуабын таба алмаһаң, ғүмерлеккә миндә ҡол булып ҡалырһың! Йә, әҙерме?- тине ул. - Һинең менән күп һөйләшеп торорға минең ваҡытым да, теләгем дә юҡ, әсәйем юғалтҡандыр инде. Әйт йомағыңды! – тинем. - Кәрәк саҡта бысаҡтан да үткер, балдан да татлы була ала, бөтә донъя серҙәрен алдыңа теҙеп һала. Йә, нимә була ул? - Тел, - тинем, оҙаҡ уйлап тормайынса, сөнки был йомаҡты үҙ ғүмеремдә әллә нисә тапҡыр ишеткәнем бар ине. – Тимәк, һин урман халҡының телен урлағанһың? - Урламағанмын, улар үҙҙәре ғәйепле. Күптән инде урман халҡын матди байлыҡтан башҡа бер ни ҙә ҡыҙыҡһындырмай.Һәр кем үҙе өсөн генә йәшәй, үҙ тормошон ғына хәстәрләй. Туған тел, Тыуған ил, туғанлыҡ улар өсөн күптән инде ят һүҙҙәр. Телдәренән яҙғандар оҙаҡламай илдәренән дә яҙырҙар, - тине йылан. - Бына минең икенсе шартым: тел тураһында 10 мәҡәл әйт! Мин тағы ла, оҙаҡ уйлап тормайынса, теҙеп алып китмәһәмме: әсә теле бер булыр; әсәнең балаға биргән бүләге – тел; теле барҙың иле бар; теленән яҙған иленән яҙыр; тел яҙмышы – ил яҙмышы; тел – күңел көҙгөһө; һүҙ – бер көнлөк, тел – ғүмерлек; күңеле буштың теле буш;әсәм теле – сәсән теле, атам теле – ватан теле;тел тамыры – ил тамыры. - Етте!Бына минең өсөнсө шартым: туған телең тураһында яттан нисә шиғыр беләң икән?Унға тиклем тултырырға тейешһең! – тине йылан, асыуынан ҡарая-ҡарая. Мин үҙем яттан белгән Рәми Ғариповтың, Зәйнәб Биишеваның,Рауил Бикбаевтың,Ғабдулла Туҡайҙың,Баязит Бикбайҙың,Ирек Кинйәбулатовтың ,Динә Талхинаның, Рәшит Шәкүрҙең, Вил Ғүмәровтың туған тел тураһында шиғырҙарын кинәнеп, рәхәтләнеп тороп ятланым да ятланым, сөнки улар минең иң яратҡан шиғырҙарым ине.Ә инде унынсы шиғыр урынына “Урал батыр” эпосынан бик күп өҙөктәр һөйләп ишеттерҙем. - Һин өс шартымды ла үтәнең, афарин! - тине хәле бөткән йылан. - Урман халҡына әйләнеп ҡайт та тел тигән бәхеттәрен кире өләш.Тик инде шуны онотмаһындар: туған тел – ул ҙур хазина, ҙур бәхет, унһыҙ был донъяла бер кем дә йәшәй алмай. Уны улар инде һаҡларға, ҡәҙерләргә тейештәр! Шулай тине лә йылан ер тишегенә инеп юғалды. Ә беҙ, күҙебеҙҙе йомоп асһаҡ, теге аҡланда торабыҙ.Беҙҙе кем оҙатып ҡалған, шулар уратып та алдылар. - Эх, һеҙ, мәхлүктәр!Оят түгелме һеҙгә? Шундай еңел шарттарҙы ла үтә алмағанһығыҙ! Бына, бәхетегеҙҙе алып ҡайттым, ул һеҙҙең туған телегеҙ булыр! Донъяла иң ҡәҙерле, иң ҡиммәтле, иң кәрәкле – ул беҙҙең әсә телебеҙ.Уны һаҡларға кәрәк! Тел тамыры – ил тамыры, тип юҡҡа ғына боронғолар әйтмәгән. Тел бөтә икән, халыҡ та бөтә, халыҡ бөтә икән, ил бөтә!Шул туған телебеҙ өсөн илебеҙҙең күпме мәшһүр улдары, батырҙары башын һалған!Туған халҡығыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, рухи байлығын белмәү оят бит! Мин тағы ла урман халҡына бик күп нәмәләр тураһында һөйләргә әҙер инем, тик алыҫтан әсәйемдең саҡырған тауышы ишетелде: - Ал-һыу, Ал-һыу!..Тор инде, ҡыҙым... Шул саҡ ҡапыл уянып киттем, бөтә өйгә ҡоймаҡ еҫе таралған, ә эргәмдә йылмайып әсәйем тора. Эй, барыһы ла төш кенә булған даһа! Мин әсәйемде беренсе тапҡыр күргән һымаҡ муйынынан ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡланым. - Әйҙә, ҡоймаҡлап сәй эсеп алайыҡ та бәшмәккә сығып киләйек, -тине әсәйем, йомшаҡ ҡулдары менән битемдән һөйә-һөйә. Бына ҡайҙа ул ысын бәхет: мин үҙемдең өйөмдә, эргәмдә ҡояшым – әсәйем, айым –атайым, йондоҙҙарым – апайым,туғаным бар!Иркенләп, рәхәтләнеп йәшәргә Тыуған илем, кинәнеп һөйләшергә туған телем, иркәләп үҫергә туғандарым бар минең!Тимәк, мин - бәхетле!