Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
18 Декабря 2019, 07:45

Башҡорт теле көнө уңайынан асыҡ дәрес

14 декабрь - Башҡорт теле көнө Сәфәр урта мәктәбендә башҡорт теле көнө уңайынан юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Марат Минһажетдинов премияһы лауреаты Абдуллина Айгөл Халит ҡыҙы 7-се класта Аҡмулла ижадына арналған асыҡ дәрес үткәрҙе.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
М14 декабрь - Башҡорт теле көнө Сәфәр урта мәктәбендә башҡорт теле көнө уңайынан юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Марат Минһажетдинов премияһы лауреаты Абдуллина Айгөл Халит ҡыҙы 7-се класта Аҡмулла ижадына арналған асыҡ дәрес үткәрҙе. Дәрес бөйөк мәғрифәтсебеҙҙең “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын ятҡа уҡыуҙан башланып, аҙағынаса шиғриәт минуттары менән үрелеп барҙы. Байрам көнөн иҫтә тотоп, ял минутында, Рәми Ғариповтың “Туған теле” шиғырын ятҡа һөйләү буйынса флешмоб үткәрелде. “Нәсихәттәр” шиғырын өйрәнгәндән һуң, уҡыусылар кешелек сифаттарын асыусы изге ҡиммәттәрҙең мәғәнәһенә төшөндө. Балалар киләсәктә Тыуған иленең ысын илһөйәрҙәре булып, изгелек таратыусы лайыҡлы граждандар булып үҫеүенә ышанып ҡалабыҙ!
Читайте нас