Яйыҡ
+25 °С
Болотло
Новости
18 Декабрь 2019, 12:20

Модулле ФАП-тар модала

Һәйтәк ауылында модулле фельдшер-акушер пункты уңышлы эшләй. Ауылда өс йөҙ кеше йәшәй, пенсия йәшендәгеләр байтаҡ. Йәштәрҙең тыуған төйәктәрендә төпләнергә тырышыуҙары ҡыуандыра. 17 йәшкә тиклемге балалар һаны - 70. Бәләкәй ауыл өсөн яҡшы күрһәткес, әлбиттә. Тыуым әле лә артыу өҫтөндә. Шуға ла ауыл өсөн ФАП, халыҡты хеҙмәтләндерер фельдшер булыуы уғата көнүҙәк.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Һәйтәк ауылында модулле фельдшер-акушер пункты уңышлы эшләй. Ауылда өс йөҙ кеше йәшәй, пенсия йәшендәгеләр байтаҡ. Йәштәрҙең тыуған төйәктәрендә төпләнергә тырышыуҙары ҡыуандыра. 17 йәшкә тиклемге балалар һаны - 70. Бәләкәй ауыл өсөн яҡшы күрһәткес, әлбиттә. Тыуым әле лә артыу өҫтөндә. Шуға ла ауыл өсөн ФАП, халыҡты хеҙмәтләндерер фельдшер булыуы уғата көнүҙәк.
- Беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, ФАП булмағас, хатта сирләргә лә ҡурҡып тора инек. Хәҙер кәрәкле дауаһын алып, уколын яһатып ҡайтабыҙ. Фельдшерыбыҙға эшендә уңыштар теләйбеҙ, - ти халыҡ.
- Һәр кеше өсөн тормошта иң мөһиме – һаулыҡ. Сәләмәтлегебеҙ үҙебеҙҙең ҡулда икәнен оноторға ярамай. Диспансеризация үтегеҙ, сирҙәрегеҙ булһа, табиптарға күренегеҙ, сөнки аҙаҡ һуң булыуы мөмкин. Барыһын да яңы ФАП асылыуы менән тәбрикләйем, бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ теләйем һәм профилактика өсөн учреждениеға йышыраҡ килергә кәңәш бирәм, - ти фельдшер Гөлнара Тимербаева.
Бина ауыл уртаһында, клуб эргәһендә урынлашгҡан. Ап-аҡ булып әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Халыҡ өсөн дә уңайлы, магазинға, пенсия алырға килгән ваҡытта ыңғайына инеп, тикшерелеп сығасаҡтар.
Учреждение эстән дә бик күркәм. Ул барлыҡ талаптарға яуап бирерлек итеп төҙөлгән, йыһазландырылған. Сисенеү, ҡабул итеү, процедуралар эшләү өсөн бүлмәләр айырым. Сабыйҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген тикшереү өсөн дә мөйөштәр булдырылған. Хатта бәҙрәфе лә эстә. Яңы бинаға балалар ҙа битараф ҡалманы. Уҙышмаҡтан ауырлыҡтарын, буйҙарын үлсәтеп сығырға өлгөрҙөләр.
- Быға тиклем эшләп килгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы иҫке, авария хәлендә ине. Иҙәндәре һыуыҡ, түбәһенән һыу аҡты, тәҙрә рамдары сереп ҡойола башлағайны. Иң мәшәҡәтлеһе, бинаны утын менән йылытырға, һыуын урамдан ташырға тура килде. Хәҙер күреүегеҙсә, яңы ФАП-та бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Һыу үткәрелгән, электр уты менән йылытыла. Ауылдаштарыма сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ ҡорамалдар менән йыһазландырылған, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты фельдшер Гөлнара Тимербаева.
График буйынса, ауылға килеп терапевт, педиатр һәм башҡа белгестәр ҙә медицина тикшереүе уҙғарасағы мәғлүм булды.
Ноутбук ярҙамында интернет селтәренә инеп, төбәк мәғлүмәти-аналитик медицина системаһына тоташыу мөмкинлеге лә бар икән.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов белдереүенсә, әлеге ваҡытта районыбыҙҙа 52 стационар һәм бер мобиль ФАП эшләй. Күсмә фельдшер-акушер пункты графикка ярашлы ауылдар буйынса йөрөп халыҡты ҡабул итә. Ул медицина тикшереүе, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, диспансеризация өсөн кәрәкле ҡорамалдар (ЭКГ аппараты, ҡан баҫымын үлсәү ҡулайламаһы, ҡан анализы алыу өсөн процедура өҫтәле, кушетка, ауырлыҡ, буй үлсәмен алыу ҡорамалдары) менән йыһазландырылған.
- Хөкүмәтебеҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирә. Киләсәктә төбәгебеҙҙә иҫке учреждениелар урынына ошондай модулле конструкциялы ФАП-тар тағы ла төҙөләсәк, программаларҙа ҡатнашыу өсөн заявкалар биргәнбеҙ, - тине Рөстәм Валериан улы.
Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас