#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Үҙәк ҡала дауаханаһының автопаркы күсмә ФАП менән тулыланыуы тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҙғайныҡ (хаҡы һигеҙ миллион самаһы). ПАЗ автобусы эсендә урынлашҡан фельдшер акушер пункты ауылдарға сығып халыҡты ҡабул итә.
- Күсмә ФАП-тың эсендә диагностикалау һәм дауалау ҡорамалдары урынлаштырылған. Ул шулай уҡ кондиционер, йылытҡыстар, тауышты көсәйтеү ҡулайламалары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, дефибрилятор, глюкометр, ололар һәм балалар өсөн ауырлыҡ үлсәүҙәре, тонометр, вакциналар ҡуйылған һыуытҡыс, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау өсөн гинекология креслоһы һәм башҡа медицина кәрәк-ярағы менән йыһазландырылған, хатта ноутбукка тиклем бар. Хәҙер компьютер аша урында уҡ пациент тураһында тулы мәғлүмәт алырға була. Нимә менән ауырый, һуңғы тапҡыр ҡасан дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Бында иң кәрәкле медицина тикшереүе үтергә була, шул иҫәптән профилактик саралар, диспансеризация. Күсмә медицина комплексы тулыһынса заман талаптарына яуап бирә. Ауылдарҙа медицина тикшереүе йыл әйләнәһенә ойоштороласаҡ, төпкөлдә йәшәүселәргә уның уңайлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. ФАП-тың ҡайҙа юлланасағын алдан уҡ хәбәр итәбеҙ. Район хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ, тәүҙә Район Советы исеменә хат яҙабыҙ. Улар үҙ сиратында ауыл советтарына хәбәр еткерә, ауыл халҡына мәғлүмәт бирәләр. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, кешеләр көтөп тора, барыһы ла ҡәнәғәт, - ти үҙәк ҡала дауаханаһының баш табиб урынбаҫары Жанна Бәләсова.
Мобиль пункттың нисек эшләгәнен бик күрге килә ине, ошо көндәрҙә уңайы килеп сыҡты. График буйынса кесаҙна Һәйтәк ауылына юлланғандарын ишетеү менән арттарынан киттек. Сәғәт иртәнге 10.00, табиптарға күренергә теләүселәр байтаҡ ҡына. Бөгөн мобиль пункт менән Учалы участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре килгән. Терапевт Рәзилә Рамаҙан ҡыҙы кешеләрҙе ҡабул итә башлаған.
-Бөгөн, нигеҙҙә, ауыл халҡының күбеһе диспансеризация үтеү өсөн килгән. Һәйтәктә быйыл 79 кеше тикшереү үтергә тейеш. Быға тиклем ай һайын ауылдар буйлап ҡабул итеүҙәргә йөрөй торған инек, хәҙер иһә күсмә ФАП менән сығасаҡбыҙ. Бик уңайлы, урында уҡ ЭКГ үткәрелә, гинеколог ҡарай, анализдар бирәһең, - ти Рәзилә Рамаҙан ҡыҙы.
Педиатр Әлиә Вәлиева иһә бөгөн балаларҙы ҡабул итәсәк. Һәйтәк ауылында яңы тыуғандарҙан алып 18 йәшкәсә 73 бала иҫәпләнә. Әлиә Вәлиева табип эндокринолог та, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлғандан һуң, 2015 йылда “Ауыл табибы” программаһы буйынса Учалы участка дауаханаһына эшкә ҡайта. Уның участкаһында 1023 бала иҫәпләнә. Йәш табип һәр баланың һаулығын ентекле тикшереп, кәрәкле күрһәтмәләрен яҙып бирҙе.
Әйткәндәй, күсмә ФАП ауылдар буйлап һәр аҙна, графикка ярашлы сыға.