Яйыҡ
+23 °С
Ясно
Новости
18 Декабря 2019, 07:10

Йәш белгестәр эшкә ҡайта

Районыбыҙға йәш табиптарҙың күпләп эшкә ҡайтыуы был тәңгәлдә лә һөҙөмтәле эш алып барылыуын билдәләй.Ағымдағы йылда үҙәк ҡала дауаханаһы коллективы ла йәш кадрҙар менән тулылана

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Йәш белгестәр эшкә ҡайтты
Һуңғы арала республика етәкселегенең медицина өлкәһенә ҙур иғтибар биреүе сикһеҙ ҡыуандыра. Юғиһә халыҡтың һаулыҡ һаҡлау системаһындағы етешһеҙлектәргә бер туҡтауһыҙ дәғүәләр белдереүе бигерәк күңелде ҡыра ине. Һүҙҙәрендә хаҡлыҡ та бар, дауаханаға килеүселәр тар белгестәргә эләгә алмайбыҙ, талондар юҡ, тейешле ярҙам күрһәтелмәй тип йыш зарланды бит. Бөгөнгө көндә Һаулыҡ һаҡлауға аҡса ла күп бүленә башланы. Был аҡса яңы обьекттар төҙөүгә, медицина учреждениеларын төҙөкләндереүгә, заманса ҡоролмалар һатып алыуға тотонола. Үҙебеҙҙә генә күптән вәғәҙәләнгән хирургия корпусының төҙөлә башлауы быға асыҡ дәлил. Әммә төп мәсьәлә булып һаман да кадрҙар проблемаһы ҡалыуы борсолдора, сөнки юғары квалификациялы белгестәр булмай тороп медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын күтәреп булмаясаҡ. Республика етәкселеге был мәсьәләне лә ситтә ҡалдырманы. Районыбыҙға йәш табиптарҙың күпләп эшкә ҡайтыуы был тәңгәлдә лә һөҙөмтәле эш алып барылыуын билдәләй.
Ағымдағы йылда үҙәк ҡала дауаханаһы коллективы ла йәш кадрҙар менән тулыланды. Ошо көндәрҙә дауахананың баш табибы Рөстәм Латипов йәш белгестәрҙе яңы урында эш башлауҙары менән тәбрикләне. Улар араһында терапевт, хирург, онколог, травматолог, реаниматолог, шәфҡәт туташтары һәм башҡа белгестәр бихисап. Иңдәренә аҡ халат һалған ҡыҙ-егеттәрҙе күргәс иң тәүҙә: “Былай булғас дауаханабыҙ йәшәйәсәк әле”, - тигән уй килде. Юғиһә, учреждениенан табиптар “пачкалап” эштән китә, тип күңелгә ҡотҡо һалғайнылар.
Ике әхирәт Алеся Лоҡманова менән Алина Әхтәмова Ураҙ ауылынан. Мәктәпте тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙҙарға Белорет медицина колледжына уҡырға инеүе бер ауырлыҡ та тыуҙырмай. Дуҫтар бәләкәйҙән уҡ табип булырға хыяллана, сирлеләргә ярҙам итеү те­ләге көндән-көн нығына ғына бара. Яҡындары ла ғәзиздәренең теләгенә ҡаршы килмәйҙәр.
Уҡып бөтөп, ҡулдарына диплом алып Учалыға ҡайталар, үҙәк ҡала дауаханаһының “Тиҙ ярҙам” бүлегенә фельдшер булып эшкә урынлашалар.
- Эшем оҡшай, һөнәреңде яратһаң, уның бер ниндәй ауырылығы ла һиҙелмәй, - ти Алеся.
Табип һөнәре тәүәккәлекте талап итә, улар ниндәй генә осраҡта ла юғалып ҡалмаҫҡа тейештәр.
Алесяға ла бер мәл бригадалары менән саҡырыуға сыҡҡанда ҡан баҫымы кинәт күтәрелгән пациентҡа һанаулы минуттар эсендә ярҙам күрһәтеп ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға тура килә. Һанай китһәң, бындай осраҡтарҙы миҫалға байтаҡ килтерергә мөмкин.
Йәш белгестәр араһында табип-кардиологтың булыуы икеләтә ҡыуаныс беҙҙең өсөн. Йөрәк менән яфаланыусылар бик күп бит хәҙер.
Гүзәл Латиповаға табип һөнәре бәләкәйҙән яҡшы таныш, әсәһе Миләүшә Мәүлижан ҡыҙы үҙәк ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Бала саҡта яҡынына эйәреп күп тапҡырҙар эшкә лә килә. Әсәһенән күрмәксе, өйгә ҡайтҡас табип булып уйнарға ярата, ҡурсаҡтарын дауалай.
Ҡаланың 3-сө лицейында белем ала, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай, артабан ординатураға инә, кардиолог һөнәрен үҙләштерә.
Дипломлы белгесте бихисап ергә эшкә саҡыралар, әммә Гүзәл, Учалыма мин нығыраҡ кәрәк, тип тыуған яҡтарына юллана. Беренсе көндән баш күтәрмәй эшкә сума.
- Йөрәк сирлеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп. Уларҙы тейешенсә дауалап, кәрәк икән өҫтәмә тикшереү үтергә Өфөгә ебәрәбеҙ. Йөрәк менән шаярмайбыҙ, әгәр ҙә үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, йөрәгегеҙ ауырта икән, кисекмәҫтән дауаханаға килегеҙ. Сират күп, талон юҡ, тип тә көтөп ултырырға ярамай, “приемный покой” кабинетында табиптар һәр ваҡыт ҡабул итергә әҙер, - тине терапевт-кардиолог.
Йәш белгестәребеҙгә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ, Гиппократ антына һәр ваҡыт тоғро ҡалығыҙ.
Читайте нас