Эй, Раббым, балаларыбыҙ тәҡүәле, хәйерле мосолмандарҙан, Үҙең яратҡан бәндәләрҙән булһалар ине. Үҙҙәре һау-сәләмәт, күңелдәре саф, йөҙҙәре нурлы, диндәре дөрөҫ, имандары көслө булһа ине.
Эй Раббым, Үҙеңә итәғәт итеүселәрҙән, ғибәҙәт ҡылыусыларҙан, фарыз һәм сөннәт ғәмәлдәрен үтәүселәрҙән, ғибрәт алыусыларҙан, ҡәнәғәт булыусыларҙан, ниғмәттәреңдең ҡәҙерен белеүселәрҙән, күп зекер ҡылыусыларҙан булһалар ине. Эй, Раббым, уларға тауфиҡ, һидәйәт, зирәк аҡыл, ғилем бир. Ислам динен ҡеүәтләүсе, оятты белеүсе, ахлаҡлы, әҙәпле, тәрбиәле, намыҫлы, тырыш, маҡсатсан, эскерһеҙ, йомарт, тыйнаҡ, ғәҙел, эшсән, уңған булһалар ине. Уҡыуҙарында асыҡ зиһен, тел байлығы, тел асҡыстары бир. Уҡытыусыларына, остаздарына, иптәштәренә, барса кешеләргә күркәм итеп, һөйкөмлө итеп күрһәт. Эске күңелдәре, тышҡы ҡиәфәттәре һәр ваҡыт күркәм булһа ине. Эй, Раббым, ата-әсәләрен, ололарҙы хөрмәт итеп , бәләкәйҙәргә шәфҡәтле, мәрхәмәтле, кешеләргә игелекле, ярҙамсыл булһындар. Таҙалыҡты, паклыҡты яратһындар, сафлыҡҡа ынтылһындар. Эй, Раббым, ҡайғы-хәсрәт килтермәһендәр, күҙ йәштәребеҙҙе түктермәһендәр. Балаларыбыҙға хәйерле хәләл кәсептәр, хәләл һөт имгән, хәләл ризыҡ менән ризыҡланған иманлы хәйерле парҙарын насип ит, салих һәм тәҡүә бәндәләреңә дуҫ ит. Балаларыбыҙ беҙҙең йөҙөбөҙ аҡлығы булһа ине. Уларға хәйерле оҙон ғүмер бир, Раббым. Уларҙың ҡыуаныстарын күреп, шатлыҡ- һөйөнөстәр менән йәшәргә насип ит. Амин!