«Медиалогия» компанияһы Рәсәйҙең билдәле шәхестәре рейтингын әҙерләне. Исемлек 2019 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу буйынса төҙөлгән. Рейтингта беренсе урынды Рәсәй президенты Владимир Путин биләй. Икенсе урында – хөкүмәт премьер-министры Дмитрий Медведев, өсөнсөлә – Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исемлектә 14-се урында тора. Уҙып барған йылда киң мәғлүмәт саралары Хәбиров хаҡында 116 136 тапҡыр яҙған. Рейтингта республика етәксеһе Мария Захарова, Ксения Собчак, Рамзан Ҡадиров, Артем Дзюба һәм Алла Пугачева кеүек медиа-шәхестәрҙе уҙып киткән. Бынан алда Радий Хәбиров «Медиалогия» компанияһының губернаторҙар рейтингында өсөнсө урынды алды. ("Ашҡаҙар" гәзитенән)