Яңы йылдан Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға взностар арттырыла Хәҙер биш ҡатлы йорттарҙа - бер квадрат метр өсөн 5,2 һум урынына 6,9 һум, ә күп ҡатлыла бер квадрат өсөн 5,8 урынына 7,5 һум түләргә кәрәк. Вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һүҙҙәренсә, Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн тарифтар 2014 йылдан бирле үҙгәрмәгән.