Берсә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, ваҡиға тураһында Учалы район-ара прокуратура хәбәрнамәһенән белдек. Бер ир ҡалалағы “Пятерочка” магазинында аҡса янсығын онотоп ҡалдыра. Тапҡан һатыусы администратор янындағы кәштәгә һала – юғалтыусы килһә, кире алыр, тип самалай. Әммә магазиндың икенсе бер хеҙмәткәре янсыҡты асып ҡарай, 4 мең һум һәм банк карточкалары ятҡанын күрә, үҙләштереү буйынса мәкерле план төҙөй. Был ҡатындың өйҙәше (быға тиклем хөкөм ителгән ир) үҙе магазинда күренеп йөрөйһө килмәй, нимә тип ышандырғандыр инде, әммә бер танышын күндерә ала: ул кибеткә бара ла, үҙен аҡса юғалтған ир исем-шәрифе менән алдап танытып, янсыҡты алып сыға. Тәбиғи, магазин хеҙмәткәрҙәре “онотоп ҡалдырған” милкен тотторалар. Был ҡатмарлы детективтың осона Учалы полицейҙары тиҙ сыҡты. Енәйәтселәрҙең үҙҙәренә генә ниәттәре “ныҡ хәйләле, бер кемдең башы етмәҫ” булып күренә бит ул! Суд үткән, ти, мут һатыусыға 5 мең һум штраф һалына, ә янсыҡты үҙләштереү “операцияһы” ойошторған өйҙәше бер йылға иркенән мәхрүм ителә.