#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Радий Хәбиров ялған спиртлы продукция менән сауҙа итеүселәр хаҡында хәбәр итеүселәргә 2 мең аҡса вәғәҙәләне. Етештереүсене асыҡларға ярҙам итеүселәрҙе иһә 50 мең һум күләмендә премия көтә.
Башҡортостан дәүләт Сауҙа комитеты рәйесе Алексей Гусев билдәләүенсә, бер тәүлек эсендә генә 400-гә яҡын кеше төрлө ресурс аша был хаҡта мөрәжәғәт иткән. Эскелеккә ҡаршы көрәштә административ сара ҡулланыу тураһында Владимир Путинға ла матбуғат-конференцияһында еткерҙеләр.
Суррогат һатыусылар тураһында 140 шылтыратыу алынған, 16 хәбәр "Инцидент" системаһы, 220 – "Хәүефһеҙ мөхит" порталы аша ҡабул ителгән. Хәбәр итеүҙәр Эске эштәр министрлығына тапшырыла. Артабан урындарҙа административ һәм енәйәти хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлә.