Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
20 Декабря 2019, 06:55

Гонаһ шомлоғо

Юлдаш ауылынан бер ҡатын законһыҙ рәүештә хәмер менән сауҙа иткәне өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылды, тип яҙғайныҡ. Оҡшаш хәл күрше генә ятҡан Илтабанда ла булды.

Гонаһ шомлоғо Юлдаш ауылынан бер ҡатын законһыҙ рәүештә хәмер менән сауҙа иткәне өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылды, тип яҙғайныҡ. Оҡшаш хәл күрше генә ятҡан Илтабанда ла булды. Бында ла 55 йәшлек гражданка харам эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Быйыл февраль айында законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатҡаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була. Суд ҡарары менән 30 мең һум штраф һалына. Әммә һабаҡ алмай, бер-ике ай үтеп тә өлгәрмәй (!), оператив сара үткәргән полицейҙар уның ҡырын эште дауам итеүен асыҡлайҙар. Был тапҡырҙа енәйәт эше ҡуҙғатылды, 50 мең һум штраф һалынды. Бына шулай, кемдер олоғая барғанда мәсеттәргә юл ала, ағинәйҙәр ҡорона инеп, йәмәғәтселек, киләсәк өсөн файҙалы эштәргә ихласлап керешә, ә кемдер донъя малына туя алмай, ҡәһәр төшөрлөк ҡылмыштарҙан һис тә сирҡанмай. Ғонаһ шомлоғо тураһында бер кемебеҙ ҙә онотмаһын ине, йәмәғәт!
Читайте нас