Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
20 Декабря 2019, 07:10

Силәбе метеоритына "йән" кергән

Хәтерегеҙҙәме, 2013 йылдың февралендә Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл тирәһенә метеорит төштө. Беҙҙең Учалы өҫтөнән жыйлатып үтәкнен, күптәр хайран ҡалып ҡарап ҡалды. Ә Силәбелә мәктәптәр, заводтар тәҙрәһеҙ, түбәһеҙ ҡалды. Ошо күктән төшкән таштың 500 килограммлы бер киҫәген экспонат итеп Силәбе ҡалаһындағы “Көньяҡ Урал” музейына махсус ҡалпаҡ аҫтына урынлаштырғандар. Ул алты йылға яҡын шунда тыныс ҡына ятҡан һәм бер көн килеп "иҫенә" килгән

Хәтерегеҙҙәме, 2013 йылдың февралендә Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл тирәһенә метеорит төштө. Хатта беҙҙең Учалы өҫтөнән үтеп киткәйне.
Мәктәптәр, заводтар тәҙрәһеҙ, түбәһеҙ ҡалды. Ошо күктән төшкән таштың 500 килограммлы бер киҫәген экспонат итеп Силәбе ҡалаһындағы “Көньяҡ Урал” музейына махсус ҡалпаҡ аҫтына урынлаштырғандар. Ул алты йылға яҡын шунда тыныс ҡына ятҡан. Ә бына 14 декабрҙә бер кем дә көтмәгәндә метеорит киҫәген ҡаплап торған ҡалпаҡ-ҡапҡас әкрен генә күтәрелә башлаған. 15 сантиметрға күтәрелгәс, туҡтап, ҡатып ҡалған. Бәлки, быны музей хеҙмәткәрҙәре һиҙмәгән дә булыр ине, тик сигнализация эшләй башлаған.
Был сәйер хәлде бер кем дә аңлата алмай. Астрономдар ҙа, музей хеҙмәткәрҙәре лә аптырашта. Алты йыл буйы бындай хәл күҙәтелмәгән. Әйткәндәй, ҡалпаҡ-ҡапҡасты былай ғына күтәреп булмай, ул бик ауыр, ти музейҙа эшләүселәр. Махсус пульт ярҙамында ҡалпаҡты көскә урынына ҡуйғандар.
Кисә иртәнсәк Силәбе өлкәһе өҫтөндә метеорит шартлаған. Уның күк йөҙөн яҡтыртып осон үткәнен Башҡортостан халҡы ла күргән. "Лекцияла ултырған саҡта тирә-яҡ ҡапыл бер нисә секундҡа яҡтырып китте, күҙҙәр ҡамашты. Дүрт минуттай ваҡыт үткәс, көслө шартлауҙар ишетелде, аудитория тәҙрәләре рамдары менән бергә килеп төштө. Беҙҙе шунда уҡ тышҡа сығарҙылар. Күптәр тәҙрә быялаларынан йәрәхәт алды", — тип хәбәр итте ваҡиғаның шаһиты, Силәбе дәүләт агроинженерия академияһы студенты Фидан Ғафаров "Башҡортостан" гәзите редакцияһына Интернет селтәре аша. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң кисә Силәбелә керәҙле элемтә бөтөнләй эшләмәҫ булды. Башҡортостанға ҡайтырға йыйынған яҡташыбыҙ Рәйсә Зәйнуллина ла автовокзалда саҡта шартлауҙы ишеткән. "Шартлау арҡаһында автовокзал ҙур зыян күрҙе, беҙҙең күҙ алдында бер ҡатлы ағас йорт емерелде. Эҫе тулҡын битемде яндырырға өлгөрҙө", — тине ул беҙгә. Мәғлүмәт агентлыҡтарындағы хәбәрҙәрҙә зыян күреүселәрҙең иҫәбе тәүҙә 150, һуңынан 250 кеше тип күрһәтелде, ә материал әҙерләнгән саҡта был һан 450-гә етте. Үлем осраҡтары теркәлмәгән. Шартлау көсө ҙур булған: Силәбе ҡалаһындағы күп биналарҙың тәҙрәләре ватылған, цинк заводы цехында стеналар менән ҡыйыҡ емерелгән. Өлкәндәргә шунда уҡ балаларҙы мәктәптән һәм баҡсанан алып ҡайтырға ҡушылған. Бер нисә көн элек Башҡортостанда ҡайһы берәүҙәр күктә сәйер күренеште — көпә-көндөҙ күктә икенсе ҡояш кеүек янып барған шарҙы күҙәтеп, видеояҙмаһын Интернетҡа һалғайны. Кисә килеп, күрше төбәктә метеорит шартланы. Күптәрҙә "Ни өсөн ғалимдар Ергә яуған ошондай есемдәр хаҡында алдан хәбәр итмәй?" тигән һорау тыуа. Свердловск өлкәһендәге обсерватория директоры Полина Захарованың аңлатыуынса, был ябай метеороид булған, ундайҙарҙы алдан күреү мөмкин түгел икән. Шуныһы шаҡ ҡатыра: метеориттың ауырлығын астрономдар бер килограмдан ашыуыраҡ тип баһалай.
Читайте нас