Яйыҡ
+32 °С
Ясно
Новости
20 Декабря 2019, 06:35

"Сысҡандар батшалығы"нда

"Сысҡандар батшалығы"ндаҺеҙҙең "Сысҡандар батшалығы"нда булғанығыҙ бармы? Ә беҙ булып ҡайттыҡ. Учалы тегеү фабрикаһында сысҡандарҙың ниндәйе генә юҡ: ул Батша-сысҡан, эргәһендә Батшабикә, татыу сысҡандар "ғаиләһе", Ҡыш бабай-сысҡан... Ғөмүмән, бер һүҙ менән әйтеп килештереп булмай инде. Күрергә кәрәк. Иң яҡшы йомшаҡ уйынсыҡҡа конкурс иғлан ителгәс, ҡыҙҙар уҙышмаҡтан эшкә тотоналар. Ойоштороусылар үҙҙәре лә был тиклем үкте көтмәй - Яңы йыл символын тегергә теләүселәр көндән-көн күбәйә. Һөҙөмтлә, 50-нән ашыу ижади эш комиссия хөкүменә тапшырыла. Учалы тегеү фабрикаһы директоры Фәйрүзә Степаненко бәйән итеүенсә, бындай конкурстар Учалы тегеү фабрикаһында йыл һайын уҙғарыла. Уҙған йыл Эт йылына шундай уҡ бәйге иғлан ителгән булған. "Актив, энергиялары ташып торған ҡатын-ҡыҙҙар коллективы булғас, бындай конкурстарҙы үткәреү бер ни түгел. Артып ҡалған ҡул аҫтындағы материалдарҙан ғына бына ошондай матурлыҡ тыуҙырҙылар. Иҫке шәшке тун, джинсы, пәлтә, күлдәк, күн әйберҙәр, хатта ҡорғандар ҙа ярап ҡалған. Бер цех та ситтә тороп ҡалманы, ҡайһы берәүҙәр ике-өс эш тәҡдим итте", - тине ул.-Конкурс иғлан ителеү менән үк эшкә тотондом, өйҙә ниндәй алам-һалам бар, шуларҙы алдым да, бер көн эсендә генә бынамын тигән Сысҡан тегеп ҡуйҙым, - ти тегеү цехының смена начальнигы Юлиә Исхаҡова. Юлиәнең Учалы тегеү фабрикаһында эш стажы ла апаруҡ ҡына - 15 йылдан ашыу. 7-се цехтың тегеү ҡоролмаһы операторы Вилә Йәнзәкова ла был эшкә сәмләнеп тотона. Ул йыл символын ғына эшләп ҡалмай, тотош композиция ижад итә. Композицияны комиссия вәкилдәре "Күңелле ҡунаҡ" тип исемләгәндәр. Джинсы салбар, ҡара пинжәк кейгән, галстук таҡҡан Сысҡан бер ҡулына гөлләмә, икенсеһенә торт һәм шампан шарабы тотоп, Батшабикәгә "ҡунаҡ"ҡа килгән. Иҫ киткес матур килеп сыҡҡан. -Эшем бик оҡшай. Өйҙә лә буш ваҡытым булһа, изолондан матур-матур сәскәләр эшләйем, уларҙы яҡындарымдың тыуған көндәренә, байрамдарға бүләк итеп бирәм, - ти. Лилиә Шәйхетдинованың да эше маҡтауға лайыҡ тип табылған. Ҡыш бабай-сысҡанды тегергә ҡыҙыҡайҙың бер аҙналай ваҡыты киткән. "Бөтә кәрәкле материалды һатып алдым", - ти Лилиә. Бер ҡулына тоҡ, икенсеһенә шыршы тотҡан сысҡанды һуңынан туғанына бүләк итмәксе. "Туй" исемле композицияны бер нисә тегеүсе күмәкләшеп эшләгән. Бында инде "кейәү" ҙә, "кәләш" тә, "шаһиттар" ҙа бар. Килештергәндәр инде! Ольга Мөстәҡимованың, Рәмилә Мирасованың эштәре лә юғары баһалана. Ҡыҙҙар ҡул эштәренә оҫталар, үҙҙәре бик актив, баҫҡан ерҙәрендә ут сығарып торалар. Бөтә эштәр ҙә маҡтауға лайыҡ тип табыла. Шулай ҙа 50-гә яҡын эш араһынан иң яҡшыһы тип Файза Фәттәхованың Батша-сысҡаны табыла. Афарин!-Быға тиклем йомшаҡ уйынсыҡ теккәнем булманы, быныһы - беренсе эшем. Иҫке тун, синтепон, капрон колготкиҙар, тимер сыбыҡ - барыһы ла ярап ҡалды уйынсығыма. Яйлап ултырырға ваҡытым булманы, профилакторийҙа ял итә инем, ҡыҙҙарға вәғәҙә иткәс, ҡасып ҡайтып киттем дә төнө буйы ултырып эшләнем, - тип көлә Файза Мөхтәр ҡыҙы. Ул алтынсы йыл Белорет ҡалаһынан йөрөп эшләй. Ике көн эшләй ҙә, ике көн ялында ҡайтып китә. -Машина менән йөрөйөм, Белоретта эш булһа ла, эшем шул тиклем оҡшай, шуға зарланмай ғына йөрөйөм, - ти еңеүсе. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Файза апай ҙа ете төрлө һөнәр эйәһе - ул шәфҡәт туташы ла, ашнаҡсы, кассир, таҙартыу ҡорамалдары операторы, сәс ҡырҡыусы, тегеүсе... Хаҡлы ялда булһа ла, өйҙә тик ятмай ул. Шулай булмай ни, анау саҡлы ташып торған энергиялы, дәртле кеше нисек түҙеп ятһын инде!-Бындай конкурстар ҡатын-ҡыҙҙар коллективын бергә туплай, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға, байрам кәйефен булдырырға ярҙам итә, - тиҙәр хеҙмәткәрҙәр.Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һәр кем был мөғжизәле мәлде түҙемһеҙләнеп көтә. Учалы тегеү фабрикаһы хеҙмәткәрҙәренең кәйефе күтәренке - байрамды ҡаршы алырға әҙерлек тамамланған бында - фантазияға бай ҡыҙҙар фабрика биләмәһе уртаһына Яңы йыл хужаларына өҫтәл ҡуйғандар, өҫтәл түренә ҙур киҫәк "сыр" һалғандар һәм биш тиҫтәгә яҡын "сысҡан"ды теҙеп ултыртып сыҡҡандар.

Читайте нас