#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Учалы ҡалаһының Әхмәтғәлин урамындағы 23-сө йортта һөт кухняһы асылды. Ул дәүләт дарыуханаһы менән йәнәшә урынлашҡан.
Һөт, кефир, эремсек, йогурт - йәнең теләгән тәбиғи һөт аҙыҡтары тәҡдим ителә бында. Продукция Стәрлетамаҡ ҡалаһының һөт фабрикаһында етештерелә һәм аҙнаһына ике тапҡыр ҡалабыҙға килтереләсәк. Артабан һөт аҙыҡтарын күрше Белорет ҡалаһынан килтереү күҙаллана. Әле унда һөт фабрикаһын тулы көсөнә эшләтергә йыйыналар.
Әйткәндәй, бушлай һөт аҙыҡтары менән Учалы районында даими йәшәүсе, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында амбулатор теркәлгән 6 айҙан өс йәшкә тиклемге балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр бушлай тәьмин ителеү хоҡуғына эйә.
Учалылағы һөт кухняһы «Демография» милли проекты сиктәрендә РФ Президенты Владимира Путиндың май указдарына ярашлы асылды.