#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан 14 декабрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсы үтте. Быйыл гала-концертта башҡорт халҡы күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙән төрлө бейеү коллективтары ла ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәр береһенә рәхмәт хаты тапшырҙы.
Саранан учалылар ҙа ситтә ҡалманы. Уральск Мәҙәниәт йортонан Сәрүәрә Ғарипова етәкселегендә “Йәйғор” фольклор ансамбле, Фәнис һәм Гөлиә Кәримовтар, Наурыҙҙан Азамат Тажетдинов “Халыҡ традицияларына тоғролоҡ һәм башҡорт халыҡ бейеүҙәренә һөйөү һаҡлағаны” өсөн махсус приздар һәм дипломдар менән бүләкләнделәр. Ҡотлайбыҙ, афариндар! Учалылар өҙә баҫа шул...