Һәр кемдең көтөп алған байрамдарының береһе - Яңы йыл яҡынлаша. Ҡала урамдары сағыу уйынсаҡтар, яҡтыртҡыстар менән биҙәлгән. Кешеләрҙең йөҙҙәрендә лә шатлыҡ тойғоһо. Барыһы ла мөғжизәгә ышанып, Яңы йыл байрамын көтә. Тап ошо сихри мәлдәрҙә бөтәһе лә үтеп барған йылға йомғаҡ яһай. Баш ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залы ла төрлө өлкәлә үҙен танытҡан, мәғариф өлкәһендә уңыш ҡаҙанған уҡыусыларҙы Республика байрам шыршыһына йыйҙы. Сағыу тамашаға 780 уҡыусы саҡырылған. Ҡала-районыбыҙҙан 15 уҡыусыға бындай бәхет йылмайҙы. Улар араһында уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса конкурс-олимпиада еңеүселәре, йәш спортсылар булды. Тырыш, ныҡышмал, маҡсаттарына ирешеүсән уҡыусылар - республиканың ышаныслы киләсәге. Ахун мәктәбе уҡыусыһы Лилиә Сөләймәнова бихисап конкурс-олимпиадалар еңеүсеһе. 9-сы класта белем ала. Уҡытыусылары тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырланылар үҙен. “Олимпиадаларҙа ҡатнашам, күп итеп урындар яулайым. Быйыл биологиянан муниципаль этапта еңеүсе булдым. Миңә был байрам бик оҡшаны, бында күңелле, Ҡыш бабай, клоундар, шыршы ҡупшы биҙәлгән ине. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларҙы сәләмләп, мөғжизә иленә сәйәхәткә әйҙәне. Байрам тамашаһында уларҙың төп ярҙамсылары - клоундар булды”, - тине ҡыҙыҡай.Уральск ҡасабаһынан Альберт Байтурин өсөнсө генә класта белем алыуына ҡарамаҫтан, бөгөндән үк районыбыҙҙың мәҙәни тормошо менән ҡайнап йәшәй. Биш йәшенән Уральск балалар сәнғәт мәктәбендә белем ала - һуҡма инструменттарҙа, баян, флейтала оҫта уйнай. 1-се класта уҡығанда уҡ полиолимпиада призеры булған, икенселә - рус теленән Гагарин Кубогы олимпиадаһы еңеүсеһе, быйыл шулай уҡ рус теленән муниципаль этапта беренсе урын яулаған. Йәш музыканттар Бөтә Рәсәй конкурсы, "Йәш таланттар -2019" һәм башҡа конкурстар лауреаты. Ураҙ лицейының 5-се класс уҡыусыһы Айҙар Әфләтүнов та актив, тырыш егет. "Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, олимпиада-конкурстар еңеүсеһе. Республика олимпиадаһында ике тапҡыр еңеү яуланы, ғилми тикшереү конкурстарында ла һынатмай - өс тапҡыр призер булды. Беренсе кластан алып тик "бишле" билдәләренә генә өлгәшә. Шуның өсөн республика шыршыһын күреү бәхете тап уға эләкте лә инде ", - тине Айҙарҙың класс етәксеһе Әминә Зиннәтуллина. Уҡыусылар бүләктәр, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтты. Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ, уҡыуҙарында тағы бейек үрҙәр теләйбеҙ.Республика кимәлендә ойошторолған байрам 800-гә яҡын баланы берләштерһә, илдең баш ҡалаһына барыу бәхете 114 уҡыусыға эләккән. Һәләтле яҡташтарыбыҙ 24 декабрҙә юлға сыға. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ 6-сы Миндәк мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Ғәйнуллина ла Мәскәүҙә үтәсәк Президент шыршыһында ҡатнашасаҡ. Афарин