Ибраһим бин Әхмәдтән (уға Аллаһтың рәхмәте булһын) һорағандар: – Эй, Ибраһим! Ни өсөн беҙ Аллаһы Тәғәләгә ҡылған доғаларыбыҙға яуап килмәй? - тип. Ә ул: ¬ Сөнки 10 сәбәп арҡаһында һеҙҙең йөрәктәрегеҙ асылмай – тип яуап бирә.– Ниндәй сәпәптәр улар? – тип һорағас, ул:– Һеҙ Аллаһы Тәғәлә тураһында беләһегеҙ, әммә Уға буйһонмайһығыҙ, һеҙ Аллаһтың пәйғәмбәре тураһында беләһегеҙ, әммә уның Сөннәтенә эйәрмәйһегеҙ, һеҙ Ҡөръән китабы менән танышһығыҙ, әммә эштәрегеҙҙә уның ҡанундары менән файҙаланмайһығыҙ, һеҙ Аллаһы Тәғәләнең ниғмәттәрен ҡулланаһығыҙ, әммә улар өсөн шөкөр ҡылмайһығыҙ, һеҙ ожмах тураһында беләһегеҙ, әммә уға тырышмайһығыҙ, һеҙ тамуҡ уты тураһында беләһегеҙ, әммә унан ҡасырға теләмәйһегеҙ, һеҙ шайтан тураһында беләһегеҙ, әммә уның менән көрәшер урынға, ҡотҡоһона ризалашаһығыҙ, һеҙ үлгәндәрегеҙҙе ерләйһегеҙ, әммә бынан бер ниндәй ҙә нәсихәт алмайһығыҙ, һеҙ йоҡоғоҙҙан уянғас кешеләрҙең етешһеҙлектәрен тикшерергә тотонаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләмәйһегеҙ...