Ниһайәт, гүзәл заттар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға хәбәр еткерәбеҙ. Ошо көндәрҙә үҙәк ҡала дауаханаһы маммография аппараты һатып алды. Хәтерегеҙҙә булһа, апрель айында республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Учалыға килгәйне һәм район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов менән осрашып һөйләшкәндән һуң маммография һатып алыу мәсьәләһен хәл иттеләр, хаҡы 13,3 миллион һум. «Маммо-РП» рентгеномаммографиялы автоматлаштырылған аппарат һөт биҙҙәре патологияларын, шулай уҡ күкрәк яман шешен башланғыс стадияла асыҡларға булышлыҡ итәсәк. Ҡорамал Мәскәү өлкәһендә «РЕНТГЕНПРОМ» йәмғиәтендә эшләнгән, 23 декабрь дауаханаға имен-аман килтереп еткерҙеләр. Предприятие хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл байрамдарынан һуң Учалыға килеп аппаратты ҡороп эшләтәсәктәр. Биш ҡатлы терапия корпусының артындағы һанлы флюография кабинетына ҡуйыласаҡ. Әйткәндәй, һөт биҙҙәрен ультратауышлы тикшереү хәүеф факторҙары булғанда йә иһә табип кәңәше буйынса теләһә ниндәй йәштә уҙғарыла, ләкин 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырыуса эффектлы. Скрининг маҡсатында маммография 40 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙарға 2 йылға бер тапҡыр, ә 50 йәштән һуң йыл һайын уҙғарыла. Әгәр 40 йәш тулған булып та, бер тапҡыр ҙа маммография үтмәгән булһаң, йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итеп тә йүнәлтмә алырға була. Клиник фазаға еткәнсе ҡапшап ҡарап асыҡларға мөмкин булмаған шеште асыҡлауҙа маммографияның роле бик ҙур. Һөт биҙендә шеш барлыҡҡа килгәндән алып уның ҡапшап ҡарағанда беленеүенә тиклемге ваҡыт арауығы 3 йылдан 8 йылғаса тәшкил итә. Маммография нәҡ иртә стадияла яман шеште табыуға иҫәпләнгән. Тикшереү ике проекцияла һүрәт алыуға ҡайтып ҡала, ләкин ҡайһы саҡ индивидуаль үҙенсәлектәр арҡаһында өҫтәмә һүрәттәр алыу кәрәклеге тыуа. Маммографтың ҡасан эшләй башлаясағын учалыларға алдан хәбәр ителәсәк.