Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
25 Декабря 2019, 05:45

Киләһе йылда мәктәптәрҙә сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйыласаҡ

Башҡортостанда апрелгә тиклем барлыҡ ҡала һәм район үҙәге мәктәптәрендә бина биләмәһендә һәм уның эсендә сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар булырға тейеш.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостанда апрелгә тиклем барлыҡ ҡала һәм район үҙәге мәктәптәрендә бина биләмәһендә һәм уның эсендә сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар булырға тейеш. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән «Мәғариф сәғәте»ндә белдерҙеләр. 2020 йылда ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә урынлашҡан 432 мәктәпте майҙансыҡтар менән йыһазландырыу планлаштырыла. 2021 йылда ауыл ерендәге 1389 мәктәпкә контейнерҙар ҡуйыла. Бының өсөн 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Кампания "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
"Башинформ".
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #
Читайте нас