Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
25 Декабря 2019, 12:30

Учалылар яҡшы иҫәптә

"Мәҙәни-күңел асыу учреждениеларын матди-техник базаһын нығытыуҙа ҙур тырышлыҡ һалған Ҡариҙел, Илеш, Хәйбулла, Учалы, Мәләүез, Краснокама райондары башлыҡтарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм», - тине Әминә Шафиҡова

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған кәңәшмәлә ауыл ерендә мәҙәни-күңел асыу эшмәкәрлегенең үҫеш мәсьәләһе буйынса фекер алышыу булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, 2019 йылда ауыл ерендәге мәҙәни учреждениеларҙың инфраструктураһы үҫешенә 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был аҡса иҫәбенә дүрт мәҙәниәт йорто төҙөлгән һәм тағы ла дүртәүенә реновация яһалған, 12 күп функциялы ауыл клубтары һәм 10 кинозал асылған.
«Ҡайһы бер муниципалитеттар мәҙәниәт учреждениеларҙың инфраструктураһы үҫеше өсөн урындағы бюджеттан да, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан мөмкинлек табыуын билдәләп үтәм. Һәм ҙур ярҙамы һәм мәҙәни-күңел асыу учреждениеларын матди-техник базаһын нығытыу өсөн Ҡариҙел, Илеш, Хәйбулла, Учалы, Мәләүез, Краснокама райондары башлыҡтарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм», - тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Шулай уҡ министр хәбәр итеүенсә, милли проект һәм Башҡортостан Башлығының указы сиктәрендә 2024 йылға тиклем 40 ауыл күп функциялы клубтары, ауыл ерендә 9 балалар сәнғәт мәктәбе, 10 яңыртылған кинозал, 20 модель китапхана асыласаҡ, 10 автоклуб алынасаҡ һәм 15 ауыл мәҙәниәт учреждениеларына ремонт яһаласаҡ.
Читайте нас