Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
26 Декабря 2019, 11:00

Еңеүселәр билдәләнде

Кисә, ҡаланың төп шыршыһын асыу бацрамында "Тылсымлы боҙ" ҡаласығы конкурсына йомғаҡ яһалды. Гран-при Ирек Әсфәндийәров та. Ҡалған урындар түбәндәгесә бүленде.

Ниһайәт, “Тылсымлы боҙ” конкурсына йомғаҡ яһар ваҡыт етте. Боҙ ҡаласығын төҙөүҙә иң яҡшы эскиз өсөн иғлан ителгән конкурста Ирек Әсфәндиәровтың эше иң яҡшыһы тип табылды. “Ҡар бабай” (“Морозко”) скульптураһы өсөн Гран-приға лайыҡ булды. Иректең былтыр “Диңгеҙ батшалығы” фигураһы еңеү яулағайны. Ҡулы оҫта, һүҙ юҡ. Афарин!
Ринат Шакиров “Рәсәй гербы – ике башлы бөркөт” эше өсөн беренсе урынға сыҡты. Икенсе урындарҙы “Ҡышҡы мөхәббәт” һәм “Шахтер” композициялары менән Рөстәм Абдрахманов һәм Радик Мозафаров бүлеште. Өсөнсө урын “Йыл символы”, “Теремок”, “Арриво” шедеврҙары авторҙары Рәис Ҡадировҡа, Игорь Тепловҡа һәм Эдуард Ғәйнуллинға бирелде. “Багира-Грация” (Илшат Билалов), “Йәшәү ағасы” (Ирек Әсфәндиәров), “Пони” (иң йәш ҡатнашыусы Артем Теплов), “Төштә” (иң йәш ҡатнашыусы Лилиә Ғәйнуллина ), “Драккар” (Булат Ғилманов), "Виктор Цой" (Радик Мозафаров), "Толпар" (Игорь Теплов), "Арыҫлан" (Айгиз Нурғәлин) композициялары тамашасы һөйөүенә лайыҡ булды.
Читайте нас