Ә вәзирлеккә иң аҡыллыларҙы ғына һайлап алалар. Уларҙың тоғро кәңәшсеһе, ярҙамсыһы Азамат исемле малай, ти. Ни өсөн уны вәзир иткәндәр, тиһегеҙме? Конкурстан үткән ул. Үҙе сәйәсмән дә, үҙе полиглот та, ти. (Ә бына һеҙ сәйәсмән менән полиглоттың кем икәнен аңлайһығыҙмы һуң әле, дуҫтарым?) Әтәс батша менән Тауыҡ батшабикәне, тәхеттәренә ултыртып алып, вәзир шундай кәңәш биргән: — Батша ғаиләһенә әрепләшеү килешмәй, — тигән. — һин, ысынлап та, Әтәс ғәли йәнәптәре, кешеләрҙе йоҡонан уятып, хәйерле көн теләйһең! Зур сауап был! Ә һин, Тауыҡ батшабикәм, алтын йомортҡа һалаһың. Алтын йомортҡаңды ҡулыңа алған кеше бәхетле була. Был да — ҙур сауап! Әтәс батша менән Тауыҡ батшабикә вәзирҙәренең тел төбөн шунда уҡ аңлаған. — Кем теләй, уға Тауыҡ йылы булһын 2005 йыл, — тигән батша. — Батшамды яратҡандар, быйыл — Әтәс йылы, тип уйлаһын, — тигән батшабикә. Бына шулай итеп килешкәндәр ҙә! Батшабикә Ер шарындағы бөтөн тауыҡтарға Яңы йыл тыуғанда алтын йомортҡа һалырға фарман сығарған. Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Яңы йыл төнөндә ёлка төбөн ҡарағыҙ әле, зинһар! Унда берәй тауыҡ алтын йомортҡа ҡалдырып китмәнеме икән? һеҙҙең һымаҡ һәйбәт малайҙарға, ҡыҙҙарға алтын йомортҡа бүләк итмәй була, тиме ни! Уны тапҡан кешенең бөтөн теләктәре тормошҡа аша, ти.