Быларҙың иң ышаныслыһы, имамдың минбәргә сығып, Йома намаҙын ҡылдырып бөтөргәнсегә тиклем булған ваҡыт тигән фекер. Был сәғәттә ысын күңелдән ҡылынған доғаларҙың һис шикһеҙ ҡабул буласаҡтары хаҡында, ҡайһы бер хәҙис шәрифтәрҙә шулай тиелә:“Йома көнө эсендә шундай бер сәғәт барҙыр, был сәғәттә намаҙ уҡып, доға ҡылған һәр бер ҡолдоң доғалары Аллаһ тарафыннан һис шикһеҙ ҡабул ителер”.“Имамдың минбәргә менеп, уның намаҙ ҡылдырып бөтөргәнсегә тиклем ваҡыт – доғаларҙың ҡабул булыу сәғәтелер”.