Яйыҡ
+31 °С
Ясно
Новости
27 Декабря 2019, 17:50

Күрәҙәселәр нимә ти?

Артем Мазов менән малайҙарҙың ғәйеп булыуына ике айҙан ашыу ваҡыт үтте. Улар 26 октябрҙә ғәйеп булғайны. Ирҙең һәм айырыуса балаларҙың яҙмышы күптәрҙе борсой. Шул иҫәптән экстрасенс һәм күрәҙәселәрҙе лә. Улар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.

Артем Мазов менән малайҙарҙың ғәйеп булыуына ике айҙан ашыу ваҡыт үтте. Улар 26 октябрҙә ғәйеп булғайны. Ирҙең һәм айырыуса балаларҙың яҙмышы күптәрҙе борсой. Шул иҫәптән экстрасенс һәм күрәҙәселәрҙе лә. Улар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.
– Миңә шундай мәғлүмәт килә: атаһы менән хәлдәр хөрт, балалар – яҡшы. Тойоуым буйынса балалар айырым, атаһы айырым (физик яҡтан түгел, бәлки рухи яҡтандыр). Балаларҙан тыныслыҡ килә, ир уларҙы йәшергәндер. Бәлки таныштарында, бәлки шифахана йәки отелгә ебәргәндер. Артем менән хәлдәр хөрт, эмоциялары күп, моғайын, эсәлер. Адекват хәлдә түгел. Тик тереме, юҡмы икәнлеген әйтә алмайым, – ти Венера Безфамильная
Елена Степанова исемле экстрасенс иһә Артем Мазов балаларын үлтергән, ти.
“Һуңғы тапҡыр ул “Речные зори” баҡсасылар ширҡиәтендә булған, дача биләмәһендә балаларын күмеүе ихтимал, бәлки хатта берәйһенең теплициаһына индереп йәшергәндер", – ти ул.
Күрәҙәсе Ольга Александрова фотолар буйынса ҡарап, ғаиләне юғалған көнөнән алып һыу эсендә тип күргән.
– Балалар ниндәйҙер икенсе һыуҙа, күл кеүек урын, ҡамыштары бар. Атаһы, минеңсә, психик яҡтан һау түгел. Шул төндө ул бик ҡыҙған һәм йәлләү белмәгән. Минеңсә, уларҙы тапмаһалар, яҡшыраҡ. Туғандарында ниндәй ҙә булһа өмөт ҡалыр ине. Бигерәк ауыр хәл шул. Бәлки мин яңылышамдыр, – ти ул.
Эзотериктарҙың атай менән балалар урманда һәм кешеләрҙән йәшенә тигән фаразы ла бар.
Ә был ваҡытта республиканың Эске эштәр министрлығы уларҙы табышыуҙа ярҙам иткән кешегә 500 мең һумлыҡ награда вәғәҙә итә.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас