Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
29 Декабря 2019, 10:30

Белоретта һөт кухняһы асыла

Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, 30 декабрҙә Белорет ҡалаһында һөт кухняһы асыласаҡ.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Был һөт кухняһы Белорет ҡалаһы һәм районы ғына түгел, Учалы, Архангел райондары ҡыҙҙарын һәм малайҙарын да шатландырасаҡ. Башҡортостандың Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында асылған һөт кухняларының уңышлы эшләп китеүе “Демография” милли проектын уңышлы атҡарыу һөҙөмтәһендә булды. Күптән түгел генә Учалы ҡалаһында ла һөт кухняһы асылды. Өҫтәүенә киләһе йылда Сибай ҡалаһында ла ошондй һөт кухняһы эш башлар, тип көтөлә. 1 ғинуарҙан ташламаға хоҡуғы булған бар балалар (ғаиләләге һәр йән башына булған уртаса килем баланың йәшәү минимумы кимәленән түбәнерәк килемле ғаиләләрҙәге ҡыҙҙар һәм малайҙар) бушлай һөт аҙыҡ-түлектәре – ҡоро бутҡалар, сәнәғәт етештереүенең һәм кухняларҙың һөт аҙыҡ-түлектәре менән тәьмин ителәсәк. Республикала бына ошондай һөт кухнялары булдырыу “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. "Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас