Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
29 Декабря 2019, 12:25

Көс, ҡыйыулыҡ һәм сәләмәтлек байрамы

Районыбыҙ һәр ваҡыт үҙенең спортсылары менән дан тота. Йыл һайын төрлө кимәлдәге ярыштар, чемпионаттар үткәрелә. Күп спортсыларыбыҙ республика, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша һәм юғары күрһәткескә өлгәшә. Ошо көндәрҙә Учалы филармонияһында "Чемпиондар балы" үтте.

Районыбыҙ һәр ваҡыт үҙенең спортсылары менән дан тота. Йыл һайын төрлө кимәлдәге ярыштар, чемпионаттар үткәрелә. Күп спортсыларыбыҙ республика, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша һәм юғары күрһәткескә өлгәшә. Ошо көндәрҙә Учалы филармонияһында "Чемпиондар балы" үтте. Байрам спортсылар, тренерҙар, физик культура уҡытыусылары һәм спорт ветерандарын ғына түгел, ә сәләмәт тормош алып барғандарҙы һәм уны пропагандалағандарҙы берләштерә. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов ҡотлау сығышында билдәләп үтте, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа һынатмауын билдәләне һәм спортсыларға, тренерҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уңыштар, сағыу еңеүҙәр теләне.Быйыл спортсыларыбыҙ каратэ, көрәш, еңел атлетика, футбол, хоккей, чирлидинг, шашка, йөҙөү һәм башҡа бихисап спорт төрҙәре буйынса чемпионаттарҙа еңеүсе булды һәм маҡтаулы урындар алды. 173 спортсыбыҙ Бөтә Рәсәй, республика, халыҡ-ара ярыштар чемпиондары исемдәрен яуланы, был 2018 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡыр күберәк. 500-гә яҡын кеше ГТО нормативтарын биреүҙә ҡатнашты. Шулай уҡ районыбыҙ БР Ауыл спорт уйындарының "бронза" призеры исеменә лайыҡ булды.Был көндә ғәҙәттәгесә юғары күрһәткескә өлгәшкән спортсыларға, тренерҙарға, педагогтарға Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары, махсус билдәләре тапшырылды. Шулай уҡ хеҙмәт коллективтары, студенттар, ауыл биләмәләре, мәктәп уҡыусылары спартакиадалары еңеүселәре, призерҙары бүләкләнде.Чемпионаттар һәм Рәсәй Беренселеге спортсыларын ҡала хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов ҡотланы. Тәбрикләнеүселәр араһында тренер Ринат Сабанбаев, саңғы ярышы буйынса тренер Рәүил Йәзәриев тәрбиәләнеүселәре күп булды. Артур Хәсәнов, Таһир Мәхмүтов, Гүзәл Ғәлимйәнова, Серик Зәйнуллин, Ирек Исхужин, Оскар Аверьянов, Татьяна Рогалева, Денис Ямалетдинов, Артем Бобров, Барей Хәлимов, Әлиә Романова, Александра Суханова, Александр Шумков, Дмитрий Дроздов, Антон Филимонов һәм башҡа күп тренерҙарҙың эштәре лайыҡлы баһаланды был көндө. Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Наил Нәбиуллин бәйән итеүенсә, 360-тан ашыу ҡыҙ-егеттәр быйыл спорт разряды алғандар. Айырыуса халыҡ-ара кимәлдә ҡаҙаныштар яулаған спортсыларҙы атап үттеләр: Вадим Шушарин һәм Данил Панов (Венгрияла үткән Европа Беренселегендә кикбоксинг буйынса "көмөш" миҙал эйәләре), Әлфинә Фәхретдинова (билбау көрәше буйынса Донъя беренселегендә "көмөш" миҙал яулаған), Ринат Мостафин менән Дарина Хөсәйенова (Рязань ҡалаһында ил Кубогына үткәрелгән каратэ буйынса чемпионатта чемпион исемен яулаусылар). Шулай уҡ тағы биш спортсы - тренерҙар Ринат Сабанбаев менән Рөстәм Ҡарасурин тәрбиәләнеүселәре - ил Кубогы призерҙары.Физик культураны үҫтереүҙә, һис шикһеҙ, спорт ҡоролмаларының техник йыһазланыуы әһәмиәтле роль уйнай. Район хакимиәте йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ҙур эш алып бара. Спорт залдарын, объекттарҙы, балалар ихаталарын үҙгәртеп төҙөүгә, төҙөкләндереүгә етди иғтибар бүленә. Сәләмәт тормошҡа бүленгән етди иғтибар киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, тине сараны ойоштороусылар.
Читайте нас