Һүҙем шул, тормош иптәшем ике йыл элек дин юлына баҫты. Әлбиттә, минең өсөн ҡыуаныс ине тәүҙә. Байрам-ҡунаҡтарға быға тиклем дә ҡаршы инем, хәҙер ирем үҙе ҡунаҡтарҙан ҡаса. Эсеп, насар юлдан йөрөмәй, эштән ваҡытында ҡайта, аҡсаһын әләф-тәләф итмәй, балаларҙы ҡараша. Ситтән ҡарағанда идеал ғаилә инде. Кешеләр ҙә, вәт, һин бәхетле, байрамдарығыҙ тыныс үтә, тигән булалар. Әммә тәүҙә генә яҡшы кеүек ине, хәҙер инде аптыраштамын. Иремә бер нәмә лә оҡшамай. Буянырға ҡушмай, кейем-һалымға ла ҡыҫыла, уны кеймә, быны кеймә... Кеше менән һөйләшмә, теләһә кемгә ҡарама... Ярай, быларына түҙерлек, хәҙер “ярамай”ҙары менән балаларҙы ҡаңғырта. Улыма 13 йәш, ҡыҙыма – 8 йәш. Яңы йыл балалрҙың көтөп алған байрамы. Улар ҙа кешеләрҙең өйҙәренә шыршы алып ҡайтып ултыртҡандарын күрәләр. Тиҫтерҙәре лә бер-береһенә маҡтана, беҙҙең шыршы бар, биҙәнек. Беҙҙеке ысын, беҙ һатып алдыҡ һәм башҡаһы. Балалар, әйҙә беҙ ҙә шыршы ҡуяйыҡ, тип үтенә, әммә аталары рөхсәт итмәй. Диндә шыршы ҡуйыу гонаһҡа һанала, ти. Нисәнсе көн ошо шыршы арҡаһында беҙҙең өйҙә ығы-зығы, иремә аңлатып та ҡарайым, матур итеп һөйләшеп тә ҡарайым , әмәм бушҡа ғына. Балалар илай, беҙгә ундай атай кәрәкмәй, тиҙәр. Улым үҫмерлек осорон кисерә әлеге ваҡытта, былай ҙа уның менән уратҡ тел табыуы ауыр. Етмәһә, ошо ситуация килеп сыҡты. Әгәр атайым шыршы ҡуйырға рөхсәт итмәһә, өйҙән сығып китәм, тип янай. Ирем дә ыҡҡа килерлек түгел, үҙенекен һөйләүҙән туҡтамай. Дин юлдағылар, һеҙгә һорауым бар, ысынлап та мосолмандарға шыршы ҡуйыу гонаһ һаналамы? Ни өсөн икәнен аңлатып бирһәгеҙ ине?