Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
29 Декабря 2019, 12:20

Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа

Учалы филармонияһында производство алдынғыларын, "бриллиант", "алтын" туй юбилейҙарын билдәләүселәрҙе, волонтерҙарҙы, ҡала-районыбыҙҙы үҫтереүгә тос өлөш индереүселәрҙе тәбрикләнеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
24 декабрь - БР Конституцияһы көнө - Учалы филармонияһында производство алдынғыларын, "бриллиант", "алтын" туй юбилейҙарын билдәләүселәрҙе, волонтерҙарҙы, ҡала-районыбыҙҙы үҫтереүгә тос өлөш индереүселәрҙе тәбрикләнеләр. -Республиканың, ҡала-районыбыҙҙың яҡты киләсәге мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итеүегеҙ, эшегеҙгә яуаплы ҡарауығыҙ, үҙ илегеҙҙең ысын илһөйәрҙәре булыуығыҙ, Ватаныбыҙға тоғро мөнәсәбәттә ҡалыуығыҙ менән һеҙ киләсәк быуынға өлгө күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, - тине район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов тәбрикләнеүселәрҙе ҡотлап.Тәбрикләнеүселәр араһында төрлө быуын, һөнәр эйәләре бар ине: сәнәғәт предприятиелары, социаль өлкә, мәғариф, автотранспорт хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, ветерандар - уларҙың барыһы ла үҙенең фиҙәҡәр хеҙмәте менән ҡала-районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Бөтәһе 50 яҡташыбыҙ Хөрмәт грамоталары, айырымлыҡ билдәләре, федераль, руспублика, район кимәлендәге наградаларға лайыҡ булды.Әлмира һәм Ғүмәр Ғәзизовтарҙың бергә тормош көтөүҙәренә - 50 йыл булһа, Фәриҙә һәм Мирзат Мөнировтар 60 йыл иңгә-иң терәшеп донъя көткәндәр. Мөнировтар бер-береһенә терәк булырлыҡ өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн улар ҙа ата-әсәһенә өлгө алып, ғаилә ҡорған. Матур итеп балалар үҫтерә. Мирзат Ғабдулхай улы менән Венера Ғабдулхаҡ ҡыҙы әле хаҡлы ялда. Әммә тынғыһыҙ тормош менән йәшәп өйрәнгән өлгөлө ғаилә вәкилдәре ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Ейәндәрен тәрбиәләүгә лә тос өлөш индерә. Кешелектең киләсәге тап ошондай татыу, өлгөлө, бәхетле ғаиләләр ҡулында, ти улар.Бөтә Рәсәй "Ғаилә йылы" конкурсында районыбыҙҙың данын яҡлап, сығыш яһаған Йомағужиндар ғаиләһе лә маҡтауға лайыҡ. Уларҙың өйөндә һәр ваҡыт йыр-моң яңғырап тороуына туғандары ла, күрше-тирә лә өйрәнеп бөткән. Йорт хужалары мәҙәниәт өлкәһендә эшләй, ҡыҙҙары ла ата-әсәһенән ҡалышмай, тәпәй баҫҡандан алып сәхнәлә. "Конкурстар кешегә сәм, дәрт өҫтәй", - ти дәртле Йомағужиндар. Тәбрикләнеүселәр араһында Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары ла булды. Улар - волонтерҙар, һанлы телевидениеға күскән ваҡытта халыҡҡа ярҙам күрһәткәндәр. Ахун ауылынан Фәүзил Ғимаев Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей миҙалы менән тәбрикләнде. Ошо көндәрҙә 81 йәш тула үҙенә. Фәүзил Ғәбдрәхим улы Бүздәк районынан. Ата-әсәһе менән бәләкәй ваҡытта Учалыға күсеп килгән. Ахун мәктәбенең 10-сы класын тамамлағас, механизаторҙар курсында уҡый. Ике йыл комбайнсы булып эшләй. Һуңынан ауыл хужалығы институтына уҡырға керә. Зоотехник һөнәрен үҙләштергәс, "Ҡыҙыл партизан" колхозында хеҙмәт юлын дауам итә. 26 йыл - баш зоотехник, һуңынан профсоюз ойошмаһында 16 йыл хеҙмәт итә. Әле хаҡлы ялда. Тормош иптәше менән биш балға ғүмер биргәндәр. Фәүзил Ғимаев күкрәгендә хәҙер Башҡортостандың 100 йыллығы юбилей миҙалы балҡый.Республика Башлығы Радий Хәбировтың дипломдары менән республика конкурсы еңеүселәре - Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 30-сы йорттоң һәм Башҡортостан урамындағы 17А йортоноң өлкән өй ҡараусылары Алина Чернова менән Гүзәл Нәбиева наградландылар. Һәр бер бүләкләнеүсе хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Уларҙың биографияһы асыштарға ла, ҡаҙаныштарға ла бай, уңыш өсөн төрлө кәртәләр аша үтергә лә тура килә. Әммә көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәт менән бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Бүләкләү тантанаһы шуға асыҡ миҫал.
Читайте нас