Яйыҡ
+6 °С
Ясно
Новости
30 Декабря 2019, 10:05

Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында

Нисек үҙ әсәйеңде яратмаҫҡа мөмкин, ул бит башта мине үҙенең ҡарынында, һуңынан ҡулдарында алып йөрөгән һәм бөтә ғүмере буйы үҙенең йөрәгендә йөрөтәсәк!

Йәннәт — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында» хәҙисе әсәләргә шундай ҙур шатлыҡлы бер хәбәр булып тора. Яҡшы әсә — ғаилә бәхетенең сығанағы, илаһи көс менән асылған тыныслыҡ ҡосағы, ғаилә ағзаларына мәрхәмәтлек усағы. Унда Аллаһы Тәғәләнең «мәрхәмәтле» һәм «рәхимле» тигән сифаттары сағылған.Был донъяла ихтирамға һәм һөйөүгә башта беҙҙе үҙенең ҡарынында, унан ҡулдарында һәм һуңынан ғүмере буйы үҙенең йөрәгендә һаҡлап йөрөгән әсәнән дә лайыҡлыраҡ бер кем юҡ. Иңендә йорт мәшәҡәттәре һәм балаларҙы тәрбиәләү йөгөн йөрөткән ҡатын-ҡыҙ сикһеҙ һөйөүгә, тәрән хөрмәткә һәм ғүмерлек рәхмәткә лайыҡ.Мәүләнә (радиаллаху ғәнһү) әйткән: «Әсәләргә иғтибарлы бул! Юғиһә, әгәр әсәләр тыуым ваҡытында ғазапланмаһа, сабыйҙар ҙа был донъяға тыуа алмаҫ ине».Бөйөк дин әһеле һәм ислам ғалимы Имам Әғзәм (радиаллаху анху) ғәҙеллек өсөн Бағдадта хөкөм итеүсе вазифаһынан баш тартҡан. Хәлиф Әбү Джаффар Мансур уны төрмәгә ябырға һәм ҡамсы менән һуҡтырырға бойороҡ биргән. Көн һайын ул һуғыу иҫәбен арттыра барған. Шулай ҙа түҙеп торғоһоҙ яфалар кисерһә лә, ғалим, тулҡынланып, үҙенең әсәһе тураһында уйлаған: «Минең яфаларым тураһында белһә, әсәйемә нимә буласаҡ?» Ул үҙенең дуҫтарына былай тип еткергән: «Аллаһ ризалығы өсөн минең әсәйем был турала белмәһен. Ул минең ғазаптарыма түҙеп тора алмаясаҡ һәм үләсәк! Ә мин уның күҙ йәштәрен күтәрә алмайым!» Был ваҡиға әсәләргә ҡарата һөйөүҙең сағыу миҫалы булып тора.Икенсе бөйөк ислам ғалимы Баһауетдин Нәҡшбанд (радиаллаху анху) әсәләргә ҡарата сикһеҙ мөхәббәттән өлгө күрһәтеп: «Беҙҙең ҡәберҙәребеҙгә зыярат ҡылырға теләүселәр башта беҙҙең әсәйҙәребеҙҙең ҡәберенә барып килһен!» — тигән.Билдәле таджик-фарсы Абдуррахман Мола Джами: «Нисек үҙ әсәйеңде яратмаҫҡа мөмкин, ул бит башта мине үҙенең ҡарынында, һуңынан ҡулдарында алып йөрөгән һәм бөтә ғүмере буйы үҙенең йөрәгендә йөрөтәсәк!» — тигән.
Читайте нас