Ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған байрам өҫтәле айырым иғтибар талап итә. Уңған хужабикәләр табынға нимәләр әҙерләү тураһында уйлана ла башлағандыр, моғайын. Өҫтәлдең бер биҙәге булған салаттарҙы әҙерләү өсөн ҙур тырышлыҡ һалабыҙ. Әлбиттә, һәр хужабикә уларҙы үҙе теләгәнсә эшләй. Ләкин беҙҙең кәңәш тә артыҡ булмаҫ. Һеҙгә ярҙамға бөгөн салаттар рецептары тәҡдим итәбеҙ, бик тиҙә һәм ябай ғыналар. Ингридиенттары ла һәр кемдең хәленән килерлек.