Яйыҡ
+31 °С
Ясно
Новости
31 Декабря 2019, 08:10

Ауыл һатылмай!

Красноярск өлкәһендә бер эшҡыуар иғлан сығара – йәнәһе лә, Васильевка ауылын һатам.

Кеҫәһендә саҡ ҡына аҡса ҡыштырҙай башланымы, әҙәм балаһы үҙен ғали йәнәптәре итеп тоя. Красноярск өлкәһендә бер эшҡыуар иғлан сығара – йәнәһе лә, Васильевка ауылын һатам, яҡшы ҡулдарға ғына тотторасаҡмын ( ғәҙәттә бесәй йә эт тәҡдим иткәндә шулай әйтелә). Васильевка ауылын түгел, Васильевка ауылында фәлән-фәлән объекттар һатыла, тип әйтһә, әллә ни иғтибар итеүсе лә булмаҫ ине. Ә былай киң йәмәғәтселектең һырт йөнө ҡабарҙы, яңынан крепостное право тергеҙелдеме әллә, тип бошоналар. Ахырҙа, РФ Тәфтиш комитеты Александр Бастыркин был осраҡты ентекләп тикшерергә бойорҙо. НИМӘ әйтеүҙән дә, НИСЕК әйтеү күпкә әһәмиәтлерәк шул.
Илфат ЯНБАЕВ.
Читайте нас