Инде матур традицияға әйләнгән "Вәғәҙәләр йүгереше" быйыл да дауам итте Учалыла. 2020 йылға изге хыялдарын яҙып, йөҙҙән ашыу кеше яңы йылдың тәүге көнөндә "Вәғәҙәләр йүгереше"нә сыҡты. Шыршы эргәһендә дәртле йырҙар йырлап, бер-береһенә аҡ теләне учалылар.Был сарала ололар менән бер рәттән балаларҙың да ҡатнашыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ.Яңы йылды яҡташтарыбыҙ бик матур башланы, шулай ғына дауам итәйек!