Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
6 Января 2020, 19:40

Оҫталыҡ дәресе уҙҙы

Фотохәбәрсебеҙ Рәил Кәлимуллиндың посында фотоларҙы күреп аңлағанһығыҙҙыр инде, бөгөн ҡалабыҙҙа һәр теләгән кеше перәник бешереп, уны биҙәп ҡарай алды.

Бөгөн Учалы тау сәнәғәте колледжында имбир перәниктәре бешерҙеләр. Перәниктәрҙе бешереп кенә ҡалманылар, уларҙы төрлө һынға килтереп биҙәнеләр, үҙ оҫталыҡтарын эшкә ектеләр. Уҡытыусы Гөлнара Ким ҡыҙы һәм уға ярҙамлашыусы студенттар балаларға һәм ололарға ысын байрам бүләк иттеләр.
Тәмлекәстәр әҙер булғас, барыһы ла бергәләп сәй эстеләр. Бына ошолай файҙалы ла, күңелле лә, тәмле лә үтә Учалыла яңы йыл каникулдары!
Читайте нас