Яйыҡ
+30 °С
Облачно
Новости
9 Января 2020, 13:05

12 йәшлек ҡыҙ эсеп ағыуланған

Яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләһәләр ҙә, эсәм тигән кеше яйын таба икән. Өфөлә 5-се класс уҡыусыһы араҡы эсеп ағыулана.

Өфөнөң Комсомальская урамындағы бер йорттоң подъезында 12 йәшлек ҡыҙыҡайға “Тиҙ ярҙам” саҡырырға тура килә. Уның этил спирты эсеп, ағыуланыуы асыҡлана. Сирле тиҙ арала 22-се ҡала дауаханаһына алып барыла. Бөгөн уның һаулығы өсөн борсолорға урын юҡ. Әле ҡыҙҙың спиртлы эсемлектәр эсеп, нисек ағыуланыу сәбәптәре тикшерелә.
Читайте нас