Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
9 Января 2020, 08:20

Автомобилдәре ағасҡа бәрелеү сәбәпле ир һәм ҡатыны һәләк булды

Үлемесле һәләкәт 5 ғинуар районыбыҙҙа теркәлде. Учалы-Межозерное трассаһында «Деу Нексия» автомомбиле ағасҡа төкәлгән.

«Нексия» автомобилен Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 51 йәшлек ир идара иткән. Ул һәм уның 58 йәшлек ҡатыны ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле тикшереү алып барыла, алдан билдәле булыуынса автомобиль боҙло юлда ситкә шыуып төшөп китә һәм унда ағасҡа бәрелә.
Юлдарҙа имен йөрөгөҙ.
Читайте нас