Яйыҡ
+23 °С
Дождь
Новости
9 Января 2020, 08:40

- Таңда бәхет өләшәләр

- Таңда бәхет өләшәләр Иртә уянып өйрән, - Әсәй мине шулай тиеп Уята ине гелән. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен Аңламаһам да йүнләп, Ҡаршыланым һәр иртәне Ҡояш менән бергәләп. Мәғәнәһе асылына Йәшәй - йәшәй төшөндөм, “Егәрленең ҡулы етәү” Икәнлеген дә белдем. “Иртә торһаң итең бешер Һуңға ҡалһаң бит бешә”- Был мәҡәлдең дөрөҫлөгөн Һынаным әллә нисә! “Күңел етһә ризыҡ етә” - Һис ҡасан да тарһынма Яҡшылығың бәхет булып Килер һинең алдыңа. “Иман барҙа әҙәп бар бит”,- Йәшә иман таратып. Рәхмәт һүҙе мең бәләнән Ҡалыр һине ҡотҡарып. “Сабыр төбө һары алтын” - Сабырлығың һынмаһын, “Ете ҡат үлсәп, бер генә киҫ” - Дошмандар ҡыуанмаһын. “Ағай - эне талашыр, ти Атҡа менһә ярашыр” Туғандарҙың ҡәҙерен белеп Йәшә һәр саҡ аңлашып. Яҡшы һүҙле булсы берүк, Яҡшы һүҙ - йән аҙығы, Яман һүҙле булма берүк, Яман һүҙ - баш ҡаҙығы. Ололаһаң ололарҙы, Ололарҙар үҙеңде, Кеселекле бул кесегә - Юйма һис түҙемеңде. “Ни сәсһәң шуны урырһың”- Гелән яҡшы орлоҡ сәс. Мәрхәмәт булып шытымы Килер ҡартлығың еткәс. ... Баштарымдан һыйпап, наҙлап Һәм иркәләп, яратып Мәҡәл аша биргән әсәм Йәшәү серен аңлатып. Зәйтүнә Айытбаева

- Таңда бәхет өләшәләр Иртә уянып өйрән, - Әсәй мине шулай тиеп Уята ине гелән.
Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен Аңламаһам да йүнләп, Ҡаршыланым һәр иртәне Ҡояш менән бергәләп.
Мәғәнәһе асылына Йәшәй - йәшәй төшөндөм, “Егәрленең ҡулы етәү” Икәнлеген дә белдем.
“Иртә торһаң итең бешер Һуңға ҡалһаң бит бешә”- Был мәҡәлдең дөрөҫлөгөн Һынаным әллә нисә!
“Күңел етһә ризыҡ етә” - Һис ҡасан да тарһынма Яҡшылығың бәхет булып Килер һинең алдыңа.
“Иман барҙа әҙәп бар бит”,- Йәшә иман таратып. Рәхмәт һүҙе мең бәләнән Ҡалыр һине ҡотҡарып.
“Сабыр төбө һары алтын” - Сабырлығың һынмаһын, “Ете ҡат үлсәп, бер генә киҫ” - Дошмандар ҡыуанмаһын.
“Ағай - эне талашыр, ти Атҡа менһә ярашыр” Туғандарҙың ҡәҙерен белеп Йәшә һәр саҡ аңлашып.
Яҡшы һүҙле булсы берүк, Яҡшы һүҙ - йән аҙығы, Яман һүҙле булма берүк, Яман һүҙ - баш ҡаҙығы.
Ололаһаң ололарҙы, Ололарҙар үҙеңде, Кеселекле бул кесегә - Юйма һис түҙемеңде.
“Ни сәсһәң шуны урырһың”- Гелән яҡшы орлоҡ сәс. Мәрхәмәт булып шытымы Килер ҡартлығың еткәс.
... Баштарымдан һыйпап, наҙлап Һәм иркәләп, яратып Мәҡәл аша биргән әсәм Йәшәү серен аңлатып.
Зәйтүнә Айытбаева
Читайте нас