Яйыҡ
+33 °С
Ясно
Новости
10 Января 2020, 13:35

Бәхетле булырға барыбыҙ ҙа хаҡлы!!!

Ул бит -ИРҺЕҘ!!!... Тине кисә бер яҡын танышым,минең яҡҡа һауалы ҡараш ташлап... Бер биҙрә һалҡын һыуҙы өҫтөмә ауҙарҙымы ней??!!!...Тыштан һиҙҙермәһәм дә,эсемдән,бар күҙәнәктәремде әсе һулҡылдатып ҡатҡыу бөрөп алды... Бәғзе берәүҙәрҙең шулай бәғерһеҙ, ,уҫал ,ҡайсаҡта телдәренә хужа була алмай,һаҡһыҙ һүҙ әйтеп рәнйетә алғандарын элек-электән белә инем мин... Тик бына ошо ,йылан ыҫылдауылай ,ҡолаҡтарымды йыртып килеп ингән бер кәлимә һүҙ,бәғеремде тамам ҡаҡшатты,көнө буйы һушыма килә алманым... Иғтибар итмәҫкә булыр ине ,әлбиттә ... Ирһеҙ,булғас,ирһеҙ инде... Дөрөҫө шул булғас,ҡалайтаһың??!... Тик, үземә генә түгел ,бихисап кешеләр алдында шулай яр һалыуы ныҡ аптыратты... Тимер киҫәген ҡыҙҙырып мөһөр баҫҡандан да яман үҙәккә үтеп һыҙлау менән ҡабул иттем мин был һүҙҙе....

Гөлнара Сабировна.
Читайте нас