Изге башланғысты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы ағзаһы, яҡташыбыҙ, Рысай ауылы егете - Айнур Марат улы Сәғитов етәкләй. Киләсәктең үҫеп килеүсе быуынға бәйле булыуын яҡшы аңлаған сәмле егет милләттәштәребеҙҙең балаларын туған телдән, моңдан яҙҙырмау өсөн күп көс түгә: дәрестәр үткәреү өсөн бина табыу, аренда хаҡын түләү, ата-әсәләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырыу, тәжрибәле уҡытыусылар табыу, эшлекле команда туплау – былар барыһы ла йәмәғәт башланғысында атҡарылған эштәр.