Ләкин ендәргә ҡорбандар килтереүсе, уларға табыныусы сихырсыларға мөрәжәғәт итеү тыйылған. Сөнки был ширек һәм шайтан ғәмәле. Сихырҙан дауаланыу өсөн шулай ук күрәҙәселәргә лә мөрәжәғәт итергә ярамай. Сөнки улар йәшеренде белеүгә дәғүә итеүсе иманһыҙ ялғансылар ғына. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итеү һәм уларға ышаныуҙан тыйыуы хаҡында беҙ юғарыла иҫкә алған инек инде.Шулай уҡ сихыр зәхмәтен бөтөрөүҙе һорап һиңә сихырҙы эшләгән сихырсыға йәки башҡа бер сихырсыға мөрәжәғәт итергә лә ярамай. Сихырсыға ҡаршы — сихыр ҡулланырға ярамай. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән һорағас, ул: „Был — шайтан ғәмәле тигән. (Имам Әхмәд һәм Әбү Дауыт еткергән)Сихыр зыянынан ҡотолоу өсөн Исламда рөхсәт ителгән доғалар, өшкөрөүҙәр һәм дауалар ҡулланырға мөмкин. Ибн әл-Ҡайим һәм Ғәбдурахман ибн Хәсән (үҙенең „Фәтхүл — Мәжид "китабында) кеүек мәшһүр ғәлимдәр был хаҡта әйткәндәр.Аллаһ Тәғәләнән мосолмандарға уңыштар һәм сәләмәтлек биреүен, үҙҙәрен һәм диндәрен яманлыҡтарҙан һаҡлауын һорайбыҙ. Аллаһтың илсеһе Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә Алааһының салауаты һәм сәләме булһын.