Синоптиктар ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ хаҡында иҫкәртә.
10 ғинуарҙа - аяҙлы-болотло көн, шулай уҡ ҡар, рашҡы, боҙлауыҡ. Елдең тиҙлеге 7-12 м/с.
Һауа температураһы төндә -7,-12°, аяҙ мәлдә -20°, көндөҙ -4,-9°.
Төндә һәм иртән юлдың айырым участкаларында томан.
11 һәм 12 ғинуарҙа ла шул уҡ һауа торошо һаҡланасаҡ.