Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
10 Января 2020, 07:25

Ваня йүгереп йөрөй!

Хәтерегеҙҙәлер, 2019 йылды ҡаршылаған төндә күрше генә ятҡан Магнитогорск ҡалаһында бер йортта шартлау булып, кешеләр һәләк булғайны. Ҡотҡарыусыларҙың 30 сәғәт буйы емереклектәр араһында ятҡан ун айлыҡ Ваня Фокинды табып алыу күренешен телевизорҙан бер кем дә күҙ йәштәреһеҙ ҡарай алмағандыр ул саҡта.

Хәтерегеҙҙәлер, 2019 йылды ҡаршылаған төндә күрше генә ятҡан Магнитогорск ҡалаһында бер йортта шартлау булып, кешеләр һәләк булғайны. Ҡотҡарыусыларҙың 30 сәғәт буйы емереклектәр араһында ятҡан ун айлыҡ Ваня Фокинды табып алыу күренешен телевизорҙан бер кем дә күҙ йәштәреһеҙ ҡарай алмағандыр ул саҡта. Сабыйҙа йәһәтләп Мәскәүгә оҙаталар. Баш ҡала табиптары башта баланың имгәнгән аяғын ампутацияларға була, ләкин артабан бынан баш тартып, йыл буйы дауалайҙар. 2020 йылды Фокиндар ғаиләһе өр-яңы фатирҙа ҡаршылаған. Ваня хәҙер йүгереп йөрөй икән. Шөкөр! Сабыйға оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйек!
Читайте нас